Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 07:15

Тыуған көнгә килеп, талап ҡасҡан...

Ғәҙәттә, тыуған көнгә бүләк менән йөрөйҙәр, бында төптө киреһе булған шул.

Өфөлә 22 йәшлек егет үҙенең тыуған көнөндә ҡунаҡтарынан таланған. Хәл былайыраҡ була: ул төндә өйөнә ҡайтып барғанда, 15 йәшлек үҫмер осрап, тәмәке һорай. Һүҙ артынан һүҙ сығып, егет малайҙы тыуған көнөн билдәләргә өйөнә саҡыра. Үҫмер үҙе менән тағы өс әшнәһен әйҙәй. Йәш-елкенсәк егеттең фатирында төнө буйы эскелек ойоштора. Иртәнсәк йорт хужаһы ҡунаҡтарҙың 19 йәшлеге менән низағлашып китә. Тышҡа сығып һуғышып та алалар, әммә тиҙ ярашалар. Һуңынан фатирына ингәс, хужа кеше ноутбугының, ике кеҫә телефоны, ҡиммәтле хушбуйының юҡлығын абайлай. Баҡһаң, 15 йәшлек үҫмер әйберҙәрҙе урлап ҡасҡан, йәнәһе лә, дуҫын туҡмаған өсөн ул шулай үс алмаҡсы булған. Ғәҙәттә, тыуған көнгә бүләк менән йөрөҙәр, бында төптө киреһе булған шул. Хужа егет полицияға мөрәжәғәт иткән. Бурҙың эҙенә тиҙ төшәләр, 15 йәшлек малай алдан да урлашҡаны өсөн хөкөм ителгән булған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tiu-an-k-ng-kilep-talap-as-an-461795/
Читайте нас: