Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 07:18

"Тамашасыларҙан ғәфү үтенәм"

Бөгөн “Салауат Юлаев” менән “Куньлунь Ред Стар” хоккей командалары уйыны. Тик матч беҙгә күрһәтелмәйәсәк...

Бөгөн, 19 сентябрҙә, Мытищи ҡалаһында “Салауат Юлаев” менән “Куньлунь Ред Стар” хоккей командалары уйнаясаҡ. Әммә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, “Салауат Юлаев” менән “Куньлунь Ред Стар” хоккей командаларының был матчы трансляцияһы Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелмәйәсәк. Ни өсөн тигәндә, урында профессиональ камералар ҡуйылмай, һөҙөмтәлә “Өфөгә сигнал ебәреп булмаясаҡ”. Рөстәм Зәрәфетдиновтың һүҙҙәренсә, етәкселек Континенталь хоккей лигаһына был хәлде асыҡлау өсөн хат ебәргән. “Үҙемдең яҡтан иһә трансляцияны көткән барлыҡ телевидение тамашасыларынан ғәфү үтенәм”, – тип мөрәжәғәт итте “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры. Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы. Автор: Айһылыу Низамова https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Tamashasilar-an--f--ten-m-461898/

Читайте нас: