Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 01:01

Рәмисте кем ҡотҡарыр?

Ҡыш етеп килә. Ә ул йәшәгән өйҙә хатта йылы юҡ...

Борай районының Әжәк ауылында йәшәгән Рәмис Закировҡа ярҙам кәрәк. Инсульттан һуң ярты кәүҙәһен фалиж һуҡҡан ир авария хәлендәге баракта түшәктән тормай тиерлек.
Йәмәғәтсе Диана Демидова UfacityNews.ru баҫмаһына: "Рәмис көн иткән өй хатта йылытылмай ҙа. Уның яҡын ир туғаны бар, әммә башҡа урында йәшәй. Ашарына алып килеп кенә киткеләй", - тип һөйләй.
Ул Рәмистең элек колхозда малсы, көтөүсе булып эшләгәнен, оҫта ҡуллы икәнлеген бәйән итә. Ә инсульт кисергәндән һуң берәүгә лә кәрәге ҡалмай. Инвалидлыҡ юллап алырлыҡ мөмкинлеге лә юҡ. Туғандары һирәк килә, даими тәрбиә талап ителгән иргә был ғына етмәй.
"Әгәр Рәмисте махсуслаштырылған учреждениеға урынлаштырмаһаҡ, ул ҡышты иҫән сыға алмаясаҡ", - ти Диана.
Фото: m.fotostrana.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: