Быйыл 10 октябргә тиклем һәләтле тип табылған уҡыусылар 125 мең һумлыҡ грант алыуға Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирә ала. Был грант математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, грант алыуға ғаризаны мәктәп уҡыусыһының тулы хоҡуҡлы вәкиле йәки 14 йәшлек һәм унан ашҡан уҡыусы үҙе бирә ала. Грант түләү тураһындағы ҡарар 1 ноябргә саҡлы ҡабул ителәсәк. Электрон ғаризаға уҡыған урындан белешмәнең һәм күрһәтелгән йүнәлештәрҙәге юғары күрһәткестәрҙе раҫлаған документтарҙың скан-күсермәһе йәки фотоһы беркетелергә тейеш. Ғаризала шулай уҡ Рәсәй банкында асылған иҫәптең реквизиттары булыуы ла мотлаҡ. Илебеҙҙең һәләтле уҡыусылары өсөн гранттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бирелә. Быйыл уны 850 уҡыусыға тапшырыу планлаштырылған. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: “родина-моя.рф” сайтынан. Автор: Рәшит Кәлимуллин https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/l-tle-u-iusilar-a-125-r-me--um-birel-s-k-462190/