Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 00:11

Ә һин башҡа юҡ...

"Был хаҡта ишеттем дә, иҫем китте..."

Авариялар. Күпме ғүмерҙәрҙе ала, күпме кешене зар илата улар...
Аҙна башында Краснокама районында булған ҡот осҡос фажиғә бер юлы өс кешенең ғүмерен өҙгәйне. “ВАЗ-2107” автомобиле ҙур тиҙлектә юл ситендә торған асфальт һалыусы ҙур техникаға барып бәрелә. Авария ҡараңғы ваҡытта була, был саҡта ҡойоп ямғыр яуа. Бәрелештән һуң 46 йәшлек водитель ҡатын һәм уның ике пассажиры урында һәләк була, 18 йәшлек дүртенсе пассажирҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Ул әле һаман реанимацияла.
"Төндә техника күренмәй, тиҙлекте сикләү билдәһе лә ауыр техника янында ғына ҡуйылған. Яҡтылыҡ та юҡ, ҡап-ҡараңғы. Беҙ үҙебеҙ төн уртаһында саҡ уның өҫтөнә барып менмәнек. Әлдә ирем был участкала ремонт барғанын белә ине, шуға яйыраҡ барҙы", – ти аварияның шаһиты Әлиә.
Башҡа шаһиттар ҙа шундай уҡ фекерҙә. Был урын ҡараңғы ваҡыта бик хәүефле.
“КП-Уфа” баҫмаһы рулдәге ҡатындың кемлеген асыҡлаған. 46 йәшлек Роза Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән. Ул Воркутала тыуған, аҙаҡ Башҡортостанға күскән. Кассир булып эшләгән. Ике улы ҡалған. Ҡатындың яҡындары һәм туғандары был ҡот осҡос хәлгә һаман ышана алмай. Роза бик ипле йөрөткән, бер ҡасан да ҡыумаған.
"Ишеттем дә, иҫем китте. Һин башҡаса юҡ. Әйтер һүҙ таба алмайым. Йәнең йәннәттә булһын", – тигән әхирәте Анна.
"Ышанып булмаҫлыҡ фажиғә. Йәш кешегә йәшәргә лә йәшәргә ине бит әле..." – тигән икенсе танышы Әлмира.
Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: