Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 19:08

Их, егет йәл...

Уға әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит...

Республиканың ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Әлшәй районында “ВАЗ-2110” автомобиленә идара иткән 28 йәшлек егет юлдан сығып осҡан һәм машина әйләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдең ғүмере фажиғә урынында өҙөлгән. Әйткәндәй, быйыл алты айҙа республикала барыһы 172 еңел автомобиль әйләнгән, уларҙағы 42 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 191 кеше йәрәхәтләнеп дауаханаға эләккән. “Водителдең тәжрибәһеҙлеге, тиҙлекте дөрөҫ баһаламау, йөктө хәүефһеҙ нығытмау – быларҙың барыһы ла фажиғәгә килтереүе ихтимал”, – тип белдергәйнеләр күптән түгел Башҡортостан ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәтендә. Юл-транспорт фажиғәләре араһында машинаның ауҙарылыу осраҡтары дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары төрҙәре араһында өсөнсө урынды биләй. Был һәр кемде уйландырырға тейеш. Өҫтәүенә транспорт сараһының кеше өсөн уңайлылыҡ ҡына түгел, ә хәүеф сығанағы ла икәнлеген күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Шуға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ. Һәр көн юлдарыбыҙ имен булһын, бәлә-ҡазалар һәммәбеҙҙе урап үтһен. Фото:ЮХХДИ. Автор: Айһылыу Низамова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ih-eget-y-l-462295/
Читайте нас: