Даирә
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентября 2020, 19:14

Иғтибар! Ете район-ҡалаға барыу тыйылды!

БР Башлығы "Юғары әҙерлек" режимын индереү буйынса указға тағы ла өҫтәмәләр индерҙе.

Яңыртылған документта республиканың ете район-ҡалаһына был төбәктәрҙә йәшәмәгән сит ил, Рәсәй, Башҡортостан граждандарына инеүҙе һәм йөрөүҙе сикләү тураһында әйтелә. Был Күмертау, Салауат ҡалаларына, Илеш, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Туймазы райондарына ҡағыла. ⏬
Үрҙә һаналған граждандарға был муниципалитет биләмәләрендә бер туҡталышһыҙ хәрәкәт итергә хоҡуҡ бирелгән. Быға экстренлы хәлдәр, махсус хеҙмәттәрҙең эше урынына барыуы йәки хәрәкәте инмәй.
Район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына ваҡытлыса тораҡ пункттары булдырырға һәм бар кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә әйтелгән. Бар сараларҙың үтәлешен эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм Рәсәй Гвардияһы күҙәтәсәк.
Фото: Ксения Калинина
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек сайтынан алынды
Читайте нас