Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 15:30

Бәшмәксенең ҡот осҡос табышы

Кемдең һөйәктәре икән?

Күрше Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ир “тыныс һунарға” тип Башҡортостанға килә. Бәшмәк йыйыр өсөн ул Йылайыр районы үҙәгенән 10 километр алыҫлыҡтағы урманға китә. Тик бына тәмле бәшмәк урынына 52 йәшлек был ир ҡыуаҡлыҡ араһында кешенең баш һөйәген таба. Саҡ ҡына алыҫтараҡ башҡа һөйәктәр ҙә килеп сыға. Ҡото осҡан ир шунда уҡ полицияға шылтырата. “КП-Уфа” баҫмаһының сығанағы хәбәр итеүенсә, кеше һөйәктәрен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр. Белгестәр уның нисек үлгәнен һәм иң мөһиме, кем икәнлеген асыҡларға тейеш. Күренеүенсә, һөйәктәр бында тәүге йыл ғына ятмай. Шуға күрә уның ҡатын-ҡыҙҙыҡымы, ир кешенекеме икәнлеген дә белеп булмай. Ә был ваҡытта, моғайын, кемдер юғалған яҡын кешеһен өмөтләнеп көтөүен дауам итәлер... Фото: "КП-Уфа". Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-shm-ksene--ot-os-os-tabishi-462118/
Читайте нас: