Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 15:23

Бөрйәндә – фажиғә...

Өс йәйәүле тапалған, ҡорбандар бар.

Бөгөн төндә Бөрйән районында ҡурҡыныс авария теркәлә. Райондың Байназар ауылында, Салауат Юлаев урамында була ул. “ВАЗ-2112” автомобиле урам буйынан китеп барған йәштәрҙе тапата. Һөҙөмтәлә 28 йәшлек ҡатын авария урынында һәләк була. 35 йәшлек ир менән 24 йәшлек ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр ала. Аварияны ойошторған водитель туҡтап та тормай ҡаса. Тик ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны бер ни тиклем ваҡыт үткәс таба. Ул 20 йәшлек егет булып сыға. Әйткәндәй, ғәйепле водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта. Тимәк уның иҫерек килеш руль артына ултырыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта тикшереү башланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлемесле аварияларҙың күпселеге иҫерек водителдәр арҡаһында килеп сыға. Кемдеңдер яуапһыҙлығы күпме кешене зар илата, ғүмерҙәрҙе ҡыя, инвалид ҡалдыра, үҙҙәре төрмәгә ултыра... Эскән килеш руль артына ултырыр алдынан тағы бер тапҡыр ныҡлап уйланһаҡ ине. Фото: ЮХХДИ. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-ry-nd--fagi-462310/
Читайте нас: