Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 19:02

“Бәхетебеҙҙе балалар емерҙе...”

Уларҙың үҙ-ара ихлас мөнәсәбәтен, шаяртып һөйләшеүҙәрен күреү – үҙе бер мәҙәк тә, матур ҙа күренеш ине.

Фәриҙә апай йәш кенә килеш баш ҡалаға килеп төпләнеп, бухгалтерлыҡҡа уҡып, матур хеҙмәт юлы үтеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ире менән икәүләп эшләйҙәр, фатир алалар, бер бөртөк ҡыҙҙарын “өф” итеп кенә үҫтерәләр. Әммә тормош юлдашы пенсияға ла сығып өлгөрмәй, йөрәк сиренән вафат булып ҡала. Иркә, үҙ һүҙле ҡыҙы ғаилә тормошонан уңмай – кейәүе менән өс йыл да йәшәмәй, улын ҡосаҡлап, атай-әсәй йортона ҡайтып инә. Бер бөртөк балаларының тормошоноң рәтле булмауын күреү ата менән әсәгә еңел булмаһа ла, һыр бирмәй, ике бүлмәле фатирҙа матур ғына йәшәп китәләр. Ире үлеп ете йыл үткәс, әле лә һөйкөмлөлөгөн ташламаған Фәриҙә инәйҙе Әхмәҙиә исемле яңғыҙ бабай менән таныштыралар. Бабайҙың балалары ҡалала төпләнгән, үҙе Өфөнән алыҫ булмаған ауылда, ҙур булмаған йортта яңғыҙы донъя көтә. Йор һүҙле, күңелсән Әхмәҙиә бабай ҙа, уның төҙөк, матур донъяһы ла күңеленә ята апайҙың – ризалаша. Фәриҙә инәйҙең ҡыҙы ла хуплай был тәҡдимде. “Үҙ алдыма, яңғыҙым йәшәгем килә”, - ти уныһы иҫе лә китмәй. Нисек кенә булмаһын, ике яңғыҙаҡ бер булып, һәүетемсә генә донъя көтә башлай. Кәзә аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, мунсаны яңырталар, ҡош-ҡортто ла күпләп тоталар. Уларҙың үҙ-ара ихлас мөнәсәбәтен, шаяртып һөйләшеүҙәрен күреү – үҙе бер мәҙәк тә, матур ҙа күренеш ине. Тик был бәхет өс йыл ғына дауам итеп өлгөрҙө... Бабайҙың балалары йортто һатып, үҙен Өфөгә күсереп алып китте. Фәриҙә инәй ҙә ҡалалағы фатирына кире ҡайтырға мәжбүр булды. Күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, бер-береһенә иптәш булып, оло көндәрендә бәхетле генә донъя көтөп ятҡан ике оло кешене айырыуҙың сәбәбе бабайҙың балаларының йортто ҡыҙғаныуында, төҙөк сағында һатып, аҡсаға әйләндереп ҡалырға теләүҙә булған икән... Хәҙер Фәриҙә инәй менән Әхмәҙиә олатай һирәк-һаяҡ Өфө паркында осрашып, хәл-әхүәл белешеп һөйләшеп ултыра, ашыҡмай ғына һил парк буйлап йөрөп әйләнә... Фото: disfo.ru Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-hetebe-e-balalar-emer-e-462396/
Читайте нас: