Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 18:57

Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды...

Табиптар баланы стоматиттан дауалай. Тик хәл яҡшырмағас, Ильянаны ентекләп тикшермәксе булалар. Диагноз бөтәһен лә аяҡтан йыға яҙа...

2020 йылдың феврале Саҡмағош районында һәүетемсә генә йәшәп ятҡан ғаилә тормошон аҫтын-өҫкә килтерҙе. Туғыҙ йәшлек Ильяна Йосоповаға табиптар ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Әлеге көндә ата-әсә ҡыҙҙарының ғүмере өсөн көрәшә. “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, йыл башында ҡыҙ ауыҙында ауыртыу барлыҡҡа килеүенә зарлана. Табиптар баланы стоматиттан дауалай. Тик хәл яҡшырмағас, Ильянаны ентекләп тикшермәксе булалар. Бик күп анализдар бирелә. Республика балалар дауаханаһына ашығыс рәүештә килтерәләр. Диагноз бөтәһен лә аяҡтан йыға яҙа: киҫкен миелобластлы лейкоз. Дүрт ай буйы химия терапияһы үткәс, сабыйҙы тотош ғаиләһе менән Санкт –Петербург ҡалаһына кимек матдәһен трансплантациялау буйынса операцияға саҡыралар. Ҡыҙҙың атаһы донорлыҡ бурысын өҫтөнә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, организм сит матдәне ҡабул итмәй. Сентябрҙә Ильянаны тағы бер операция көтә. Әлегә ғаилә тыуған яҡтан ситтә йәшәргә мәжбүр, дауалау хеҙмәттәрен Мотлаҡ медицина страховкаһы ғына ҡаплап бөтмәй, ғаилә матди ярҙамға мохтаж. Алдағы операцияның нисек үтеүенән күп нимә тора, трансплантация ҡыҙға ярҙам итерме? Ауыр хәлгә юлыҡҡан ғаиләгә ярҙам итергә теләгәндәр өсөн ҡыҙҙың әсәһе Илүсәнең карта реквизиттарын бирәбеҙ: 63 900 206 906 741 61 88 Һаҡлыҡ банкы 8960 80 096 27. Фото:”КП-Уфа”. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Aya-k-nd-y-shen-u-anday-buldi-456544/
Читайте нас: