Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 06:39

293 ир “декрет”ҡа сыҡҡан

Сабыйҙарҙы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса ялды ата-әсәнең кемеһе булһа ла рәсмиләштерә ала. Әгәр ғаиләлә бер нисә бала донъяға килһә...

Республикала “декрет” аҡсаһын бөтәһе 27 мең эшләгән граждан ала. “Баланы ҡатын-ҡыҙ ғына тәрбиәләргә тейеш”, тигән ҡалыптар юҡҡа сыға бара. Законға ярашлы, сабыйҙарҙы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса ялды ата-әсәнең кемеһе булһа ла рәсмиләштерә ала. Әгәр ғаиләлә бер нисә бала донъяға килһә, әсәгә уларҙың береһен, атай кешегә икенсеһен тәрбиәләү буйынса ялға китеү мөмкинлеге бар. Пособие күләме һәр кем өсөн берҙәй иҫәпләнә – үткән ике календарь йылдағы урта эш хаҡынан 40 процент. Ведомствола әйтеүҙәренсә, пособиеның йыл да үҙгәреп торған минималь һәм максималь күләме лә бар. Быйыл уның юғары кимәле – 27 984,66 һум булһа, минималь кимәле 7 764,80 һум тәшкил итә. Баланың ғаиләлә нисәнсе булыуы мөһим түгел. Граждандар шулай уҡ баланы тәрбиәләү ялында булыу менән бергә тулы булмаған эш көнө шарттарында эшләй ала. Был осраҡта пособие тулы күләмдә түләнә, ә эш хаҡы күпме сәғәт эшләүеңә ҡарап билдәләнә. Фото:Massmedianews.ru Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/293-ir-dekret-a-si-an-461892/
Читайте нас: