Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 18:47

Ҡыҙҙың үлемендә ул ғәйепле

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр...

39 йәшлек Ҡариҙел районы кешеһенә ҡарата эскән килеш рулгә ултырып юл ҡағиҙәләрен боҙғаны, шул арҡала аңғармаҫтан икенсе берәүҙең ғүмерен ҡыйғаны өсөн енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһы раҫланды.

Был һәләкәт алты йыл элек, 2014 йылдың сентябрендә була. Ул ваҡытта ир иҫерек көйө "Ауди А8" автомобилендә Асҡын - Бәрҙәш юлы буйлап китеп бара, янында ҡыҙ ҙа ултырған була. Юлда водитель тиҙлекте арттырып ебәрә, шул арҡала идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә оса.
Бәрелеүҙән алған йәрәхәттәрҙән 28 йәшлек пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була. Башта ир ғәйепте ҡыҙға япһарып маташа, йәнәһе, авария мәлендә рулдә ҡыҙ ултырған. Тик экспертиза бының киреһен иҫбатлаған.
Тағы шул билдәле булған: ҡыҙ хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмай китеп барған, юл-транспорт ваҡиғаһында ул салондан осоп сыҡҡан һәм машина аҫтында ҡыҫылып ҡалған.

Эш Ҡариҙел район судында ошо юҫыҡта ҡараласаҡ.

Фото: zen.yandex.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: