Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 18:59

“Нисек йәм табып йәшәргә?”

– Бер бала бала түгел, тип йыш ҡабатлай торғайны әсәйем. Ул, һуғыштан һуңғы ауыр осор кешеһе булһа ла, һигеҙ балаға ғүмер биргән. Ә минең бер улымдан башҡа балам булманы. Шуға риза түгел ине ул. Һәм әле генә әсәйемдең ни тиклем хаҡлы булғанын аңланым, – тип башланы хәбәрен Зәлифә инәй.

Йәше әле алтмышҡа етмә­һә лә, уға етмештән ашыуҙы бирерлек. Әбей бөкрәйгән, сәс­тәре ҡойолған, битен тәрән йыйырсыҡ бураҙналары йәм­һеҙ­ләгән. Ярты йыл эсендә бер башыңа шул тиклем ҡайғы төшһөн дә, матур булып йөрөп ҡара әле...

Ғаиләлә һигеҙ бала ара­һында төпсөк булып үҫә ул. Ете малай­ҙан һуң тыуған ҡы­ҙыҡайҙы ата-әсә­һе лә, ағалары ла ҡулдан тө­шөрмәй генә үҫтерә. Иркә, йом­шаҡ күңелле булып буй еткерә. Ире лә иркә ҡатынын ныҡ ярата, һәр теләгәнен тормошҡа ашырып ҡына тора. Бер һүҙ менән әйткән­дә, әллә ни ауырлыҡ күрмәй йәшәй Зәлифә.

Тормоштарын йәмләп улдары Руслан тыуа. Наҙлы ҡатын уны бик ауыр таба. Ауырлы булып йө­рөү ҙә еңел бирелмәй, һәр ва­ҡыт ҡоҫҡоһо килә, башы әйләнә. Бәпесен, күпме генә йонсоһа ла, үҙе тыуҙыра алмай һәм операция яһап алалар. Ул саҡтарҙа бындай әмәл һирәгерәк эшләнгән була, икеһе лә саҡ иҫән ҡала. Ҡыҫҡаһы, Зәлифә башҡа бала тапмаҫҡа ҡарар итә. Бар мө­хәббәтен һәм иғти­барын улына бирә. Уны яратып үҫтерә. Эшен ташлап, хужа­бикәгә әйләнә. Ирен һәм улын бағып бәхетле йәшәй.

Килене лә һәйбәт ғаиләнән сыҡҡан ҡыҙ була. Улын ныҡ ярат­һа ла, ҡайһы бер йүләр әсә­ләр кеүек, килененән көнләшеп, йәш­тәрҙең араһына инеп тәмһеҙ­ләш­мәй ул. Киленен ҡыҙы кеүек ҡабул итә, әхирәттәргә үк әйләнмәһәләр ҙә, бик яҡшы мөнәсәбәттә булалар.

Ике йыл бергә торғандан һуң, йәштәр уны өләсәй итә. Ғаиләлә малай бәпес тыуа. Күңелле мәшә­ҡәттәргә күме­леп, бергәләшеп сабый үҫте­реп ятҡан мәлдә күтәрә ал­маҫлыҡ ҡайғы килә: улы фажи­ғәле һәләк була. Утыҙы ла тулмаған Русланды төнгө сменанан ҡайтып килгәндә өс иҫе­рек бәйләнеп, туҡмап үлтерә.

Нисек аҡылын юймағандыр Зәлифә? Иң ҡурҡыныс уйҙарында ла башына килтерә алмаған бәлә уны аяҡтан йыға. Улын ерләүҙә лә ҡатнаша алмай. Ашамай-эсмәй, кеше менән һөйләшмәй, бер ай урында ята. Ә килеп торғанында әлеге ҡурҡыныс әбейгә әйләнгән була. Ире менән дә мөнәсәбәттәр юҡҡа сыға. Улар икәүһенә бер ҡайғыны күтәрә алмай, улдары тураһында һөйләшә лә алмай, икеһе ике бүлмәгә бикләнә.

Тик һынауҙар бының менән генә бөтмәй шул. Йыуанысын ейәндәрендә күреп, ҡабат йәшәй башларға ғына йыйынғанда, килендәре яңынан аяҡтан йыға.

– Мин улығыҙҙы ныҡ ярата инем. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, матур торҙоҡ. Һеҙҙе лә ихтирам иттем, тик миңә артабан йәшәргә кәрәк. Улыма яҡшы атай булыр­ҙай кеше таптым, ул баланы үҙе­неке итеп яҙ­ҙы­рырға, уны тулы­һынса ҡа­бул итергә риза. Әммә уның шарты бар: һеҙ минең менән ейәнегеҙ тураһында онота­һығыҙ. Әле бәпес бер нимә лә аңламай, уға ысын атаһы тураһында һөйлә­мәҫкә бул­дыҡ. Яңы иремде ул үҙ атаһы тип ҡабул итергә тейеш, ә һеҙҙең бында ҡамасаулауығыҙ бар, – ти элекке килен.

Был саҡта Русландың үле­үенә бер йыл самаһы ваҡыт үткән була. Балаға йәш ярым. Килененең бындай талап ҡуйыуына һушы китә. Матурлап та, илап та, янап та һөй­лә­шеп ҡарайҙар, тик ул һүҙен­дә ныҡ тора. Ә бер айҙан уның ҡаланан ҡайҙалыр күсеп кит­кәне, телефонын алмаш­тыр­ғаны асыҡлана. Ейәндә­ренән ни бары бер нисә фото ла уйынсыҡ айыу ғына тороп ҡала.

– Тағы бер нисә балам бул­һа, ошо көндә яңғыҙ ултырмаҫ инем. Береһен юғалтыу ҡайғыһын икенселәре баҫа алмаһа ла, йыуаныс булыр, онотолорға, артабан йәшәргә көс табырға ярҙам итер ине. Тормоштан нисек йәм табып йәшәргә миңә хәҙер? Улым да, уның төҫө булған ейәнем дә юҡ... – тип илай инәй.

Нисек кенә ярҙам итәһең дә йыуатаһың инде уны? Яуабым юҡ.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
фото Т.Роза
Читайте нас: