Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 17:45

Кемде хур күрһәң, шуға зар булырһың

Сажиҙә кейәүгә иртә сыҡты, 34 йәшкә Миңлехан менән икәүләп ике ул һәм бер ҡыҙға атай-әсәй булғайнылар инде. Балалар үҫкән һайын ғаиләлә проблемалар ҙа артты. Иренең эш хаҡы етмәй башлағас, ҡатын да магазинға эшкә урынлашты. Аҡса етешмәүе күп бала үҫтергән ғаиләләр өсөн яңылыҡ түгел, әлбиттә.

Балалар бер-береһен ҡарап, ярҙамлашып үҫте. Ололар көн буйына эштә булғанда уларҙы урам тәрбиәләне. Сажиҙә эштән ҡайтыу менән йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренә сума, иренең ҡатынына ярҙам итеү теләге бөтөнләй булманы, уның өсөн иң мөһиме – тәмле-татлы ашау, туйғансы йоҡлау, әшнәләре менән шағараҡ ҡороу.
Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна, тиҙәр. Сажиҙә бөтә тырышлығын ғаиләһен ҡарауға, ваҡытында ашатып-эсереүгә бирҙе.
Тормош шулай һәүетемсә генә барыр ҙа ине, бәлки... Ҡатын үҙенең тағы әсә булырға йыйынғанын һуңлап һиҙеп ҡалмаһа. Сабыйын табыу ҡарары еңел бирелмәне. Фатирҙары бәләкәй, морон төртөрлөк урын да юҡ, етмәһә, ире тағы бер балаға атай булыуға теше-тырнағы менән ҡаршы.
Сажиҙәгә сабыйын бала табыу йортонда ҡалдырыуҙан башҡа юл ҡалмай. Әрнеп, үҙен ғәйепле тойоп үткәргән йылдар уны бәхетле итмәне, әлбиттә.
Иренең эскелеккә һалышыуы, улдарының атаһы юлын ҡыуыуы, эшләргә яратмауы әсәне сиргә һабыштырҙы. “Ғүмер буйы шулар өсөн бил бөктөм, ә улар...” - тип һыҡтаған әсәне кем генә йыуатһын инде. Хатта ҡыҙы ла башбирмәҫ, тыңлауһыҙ булып буй еткерҙе. Уның күптән инде әсәһенең хәлен белешкәне лә юҡ.
Ә бынан бер ай элек үҙендә яман шеш асыҡланғандан һуң, ҡатын бәләкәй генә фатирында япа-яңғыҙы ҡалды. Уның бөтә тырышлыҡтарын аяҡ аҫтына һалып тапаған яҡындарын ғәйепләмәҫкә, ҡылыҡтарынан кер эҙләмәҫкә тырышһа ла, ниңә әсә күңеле китек һуң?
...Дауаханаға уны бер егеттең эҙләп килгәнен хәбәр иткәстәр, Сажиҙәнең күңеле иләҫ-миләҫ булып китте. Оло улы Ғәзиздер, моғайын, бәләкәй сағында әсәһенең итәгенән нисек төшмәҫкә тырыша торғайны һөйөклө улыҡайы... Әллә Дамирмы икән, атаһы һуғышҡанда, ҡайһылай әсәһен яҡлашып, бәләкәй генә йоҙроҡтары менән уға киҙәнгән була торғайны...
Әсәнең өмөтө аҡланманы, күстәнәстәр, дарыуҙар тотоп, уның хәлен белергә килгән егетте ул таныманы. Бынан утыҙ йыл элек бала табыу йортонда ташлап ҡалдырған сабыйҙың ҡасан да булһа егет ҡорона инерен, кәкүк әсәһен юҡһынып эҙләп килерен башҡа һыйҙырырлыҡмы ни?
Әсәһенең уны өс көнлөк сағында ташлап киткәнен яҡшы белһә лә, Әмир бер ҡасан да уға асыу тотманы, киреһенсә, үҫкәс, уны барыбер эҙләп табыу уйы менән йәшәне, ти тәрбиәселәр. “Минең кеүек туған-тыумасаһыҙ етемдәргә остоҡ ҡына бәхет тә донъя хәтле”, - тип, егет әсәһен һуңғы көндәренә тиклем тәрбиәләйәсәген белдерҙе. Балалар йортон нисек кенә өнәмәһәк тә, ул Әмирҙе үҫтергән, уҡытҡан, һөнәрле иткән.
Ә Сажиҙәнең нимә кисергәнен һүҙ менән аңлатып та булмай, үкенеү, рәнйеү тойғолары менән бергә бығаса татымаған бәхет тойғоларына хужа булыу анһат түгел шул...
Фото: Башинформ
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: