Карина исеменән Зифҡәткә оҙон ғына хат яҙып һалды Кәримә. Унда Кәримәнең этлегенә айырыуса баҫым яһалып, теге ваҡытта ни булғанын асыҡтан-асыҡ һөйләп бирелгәйне. Шулай уҡ үҙенә ауыр булһа ла балаһы хаҡына Зифҡәтте ғәфү итергә тырышасағын да әйтеп, Зөфәрҙе ҡосаҡлап төшкән фотоһын да һалырға онотманы “йәш әсә”.
Зифҡәттең яуап хаты бик көттөрөп кенә килде. Уны ҡорораҡ башлаһа ла, хискә бирелеп китептер инде, аҙағын бик йылы тамамлаған егет. Каринаны өҙөлөп һөйөүен, уны һәм балаһын ҡосағына алыр минуттарын түҙемһеҙләнеп көтөүен, ата-әсәһенең дә Карина менән Зөфәрҙе бик оҡшатыуын теҙеп алып киткәйне.
Һөйгәненең хаты Кәримәгә ҡанат ҡуйғандай булды. Бигерәк тә фотолағы үҙен Карина итеп ҡабул итеүе эсенә йылы өрҙө. Хәйер, ул быға бик үк шикләнмәй ҙә ине. Сөнки һыңары менән төҫ-баштары әле лә айырылғыһыҙ оҡшаш. Тик бына холоҡ-фиғелдәре генә башҡаса шул. Алтылағы алтмышта тиһәләр ҙә, Кәримә Зифҡәт ҡайтыуға уны нисек тә булһа үҙгәртергә тырышасаҡ. Биш йыл эсендә кешенең холҡо төрлөләнергә лә бик мөмкин, тип тә тынысландырҙы ул үҙен.
Зифҡәттең ҡайтыр көндәре яҡынлашҡас, Карина менән уны осраштырмаҫ өсөн Кәримә һыңарын әсәләренә ҡайтарып ебәрергә иҫәп тотоп йөрөй ине инде. Ләкин һөйгәне менән ҡасан да булһа ауылдарына барасаҡтарын һәм Карина менән осрашыу ҡотолғоһоҙ буласағын уйлап та хафалана ине. Шунда Кәримәнең башына һыңарын Зифҡәт менән осрашмаҫлыҡ ергә лә оҙатып була бит тигән фекер килде. Айрат Каринаны тәү тикшергәндә үк, әгәр ныҡлап дауалаһаң, уны һауыҡтырырға була тигәйне. Әле уның имсәк балаһы бар, аҙағыраҡҡа ҡалдырайыҡ, тип дауалауҙы һуҙа килде. Хәҙер килеп форсаттан файҙаланып ҡалырға, һауыҡтырам тип, Каринаны психиатрия дауаханаһына илтеп ябырға булды. Айраттан юлланма алып, уның үҙен дә эйәртеп алып барып һыңарын “дурдом”да ҡалдырып та ҡайтты.
Төрмәнән сығып Стәрлегә тәүге аяҡ баҫҡан көнөндә үк Зифҡәт осоп тигәндәй өйҙәренә килеп, улы менән “Карина”ны үҙ ҡосағына алды һәм “ай-вай”ҙарына ҡуймай, үҙҙәренә алып ҡайтып китеп, ата-әсәһенән никах уҡытаһы ҡалды. Осрашыу шатлығынанмылар, ул тәүҙә бер ни ҙә һиҙенмәне, ә бер аҙҙан инде “Карина”ның үҙе өсөн нисектер сит кешегә әйләнеүен, күңеле уны ҡабул итмәүен тойҙо. Быны ул ваҡыт касафатылыр, төрмәлә үткәргән йылдары йөрәген тупаҫлатып, хис-тойғоларының ҡанаты һыныуылыр, тип аңлатырға тырышты.
Кәләш иһә ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәй, ғүмерендәге иң татлы минуттарҙы кисерә ине. Ниһайәт, никах уҡылып, өҙөлөп һөйгәне, көтөп алған кешеһе менән ҡауышасаҡ. Борсолоу-хафаланыуҙар менән тулы, үҙен ҡырҡ төрлөгә әйләнергә мәжбүр иткән ғүмер миҙгеле артта ҡалып, артабан һөйөп-һөйөлөп, бәхет-шатлыҡҡа ғына күмелеп йәшәйәсәк ул.
Ләкин Кәримәгә һөйгәне менән ҡауышып ҡарарға ла насип булманы. Никах уҡытып өйҙәренә ҡайтыуға уларҙы милиция хеҙмәткәрҙәре көтөп тора ине. Ордерҙарын күрһәтеп, фатирҙа тентеү үткәрҙеләр ҙә үҙҙәренә кәрәкле нәмәләрҙе табып, Кәримәне алып та киттеләр.
…Ул ваҡытта Кәримә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй ине инде. Бер көндө ҡосағында ятҡанда, Айрат унан ҡапыл ғына: “Күп итеп аҡса эшләйһең киләме?” - тип һорап ҡуйҙы. Кем аҡсанан баш тартһын инде? Кәримәгә ул айырыуса кәрәк ине, сөнки өҫ-баштарына кейергә йүнле кейем юҡ, ашау яғы ла ҡыҫынҡы булды. Яңы фатирҙары ла бер ниндәй йыһазһыҙ, буп-буш ине. Кәримә шунда уҡ: ”Бик тә килә”, - тип яуап бирҙе. Айрат үҙенең дә, уның да ҡулында наркомандар йәбешеп ятҡан дарыуҙар булыуын, белеп кенә эш иткәндә шуларҙы һатып байтаҡ аҡса эшләп булырын әйтте. Кәримә башта ризалашмайыраҡ маташҡайны ла, аҡса барыһын да эшләтә шул – оҙаҡламай уның фатиры наркомандар менән алыш-биреш итеү нөктәһенә әйләнде. Артыҡ шашынып китмәй, дарыуҙарҙы әҙләп кенә “осорғайнылар” ҙа һуң, барыбер килеп ҡаптылар - Айрат менән Кәримәгә өсәр йыл “сәпәп” тә ҡуйҙылар.
Судҡа улын эйәртеп Зифҡәт тә барғайны. Инде ҡарар сығарылып, уларға бер нисә минутҡа осрашыу мөмкинлеге бирелгәндә Кәримә: “Мин һине биш йыл көттөм, һин дә мине көт, бәғрем”, - тине күҙҙәренән йәше ҡойолоп.
Уны ҡулға алғас та Зифҡәт улын ата-әсәләренә алып ҡайтты. Ҡабаттан заводҡа эшкә урынлашты. “Карина”ның үтенесен үтәп, Зөфәре менән уның әсәләренә лә барғылап йөрөнө. Өләсәләре гүр эйәһе булып, ҡәйнә тейешле кешенең дә һаулығы самалы ине. Ҡыҙҙары өсөн хәсрәтләнеү ҙә эҙһеҙ үтмәгәндер инде. Шуға ла Зифҡәт ҡулынан килгәнсә уға ярҙам итергә тырышты.
Бер барғанында әсә кеше Зифҡәткә үҙенең йөрөй алмаҫын әйтеп, унан психиатрия дауаханаһында ятҡан ҡыҙының хәлен белешеп ҡайтыуын ялбарып һораны. Үҙенең башына бәлә килтергән кешенең йөҙөнә лә ҡарағыһы килмәй ине Зифҡәттең. Әммә әсә кеше бик үтенгәс, улына ла Өфөнө күрһәтеп ҡайтайым тип юлға сыҡты.
“Карина” төрмәгә яҙған һуңғы хатында Кәримәне әрләй биреп: “Беҙгә күрһәткән яуызлығы үҙ башына етте – иҫәрләнеп психбольницаға эләкте”, -тип яҙғайны инде. Быны ишеткәс, Зифҡәттең уға булған асыуы бер аҙ баҫылып ҡалғайны. Яуыздың “дурдом”да ятҡанын күреп, аҙмы-күпме ҡәнәғәтләнеү кисерәсәген дә уйлап килде ул бында. Әллә күпме тимер ҙә, рәшәткәле лә ишектәр аша үтеп килеп керҙеләр улар ауырыу ятҡан бүлмәгә. Уның ишегенә яҡынлашыу менән Зифҡәт йөрәгенең нисектер ашҡынып тибә башлауын тойҙо. Бүлмәгә инеп, карауатында ултырған “Кәримә”не күреү менән ул баҙап ҡалды. Күңеле менән ҡатынды бик тә таныш, яҡын итеп тойҙо, хатта бөтә тәненә унан урғылған йылылыҡ килеп бәрелгәндәй булды.
Зифҡәтте аптыратып Зөфәр: ”Әсәй!” – тип ҡысҡырып ҡатынға барып һырылды. “Кәримә” Зөфәрҙе ҡосаҡлаған килеш урынынан тороп баҫты ла Зифҡәткә текләп урынында ҡатып ҡалды һәм бер аҙҙан: “Зифҡәт!..Һин Зифҡәт бит, мин... мин барыһын да хәтерләйем”, - тип йөҙөн ҡулы менән ҡаплап һулҡылдап илап ебәрҙе.
Ҡатынды барып ҡосаҡлап алыуҙан үҙен саҡ-саҡ тыйып торған ир бер урында тапанды. Табиптар ауырыуҙың бөтөнләй тип әйтерлек һауығып килеүен һәм бер айҙан алып ҡайтырға ла мөмкин булыуын әйтте.
Кемдең кем икәнен асыҡлауы ауыр булманы. Бер-береһе өсөн яратылған йәрҙәр ҡауышып, бәхетле бер ғаилә булып йәшәп алып китте. Ә Кәримәнең, үҙе яҙғанса, “үҙ яуызлығы үҙ башына етте”. Төрмәнән сыҡҡас иһә, Айрат менән өйләнешеп, бергә йәшәйҙәр икән, тип һөйләнеләр уның хаҡында.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова