Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 18:42

Гүзәл Уразова: "Уңыш һәм бәхет еңел бирелмәй".

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йырсыһы ни өсөн кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға теләй?

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йырсыһы Гүзәл Уразованы күптәр уңышлы һәм бәхетле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе тип һанай. Әйткәндәй, был хаҡта Гүзәл Уразова үҙенең Инстаграм сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙа.
"Бала саҡ. Кисен атай мейескә утын яға. Әсәйем: "Балаҡайым, йоҡларға ят, иртәгә уҡырға, йоҡоң туймаҫ" - тип урын йәйә. Мин бик оҙаҡ йоҡлай алмай ятам. Ҙурайғас, кем булайым икән? Кем булһам да ҙур, хөрмәткә лайыҡ кеше булырға тейешмен, тип уйлайым. Ә нишләргә һуң уның өсөн ауылда тыуып-үҫкән ябай ҡыҙ балаға? Әлбиттә, тырыш булырға. Шундай уйҙар менән йоҡлап китәм. Ә иртән, инде шаҡтай һыуынған өйҙә уянып, мәктәпкә барам...
Гимназияла уҡыу менән бер рәттән, параллель рәүештә ете йыл музыка мәктәбендә белем алдым. Ҡазан педагогия университетының музыка факультетын тамамланым. Унан тыш, Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡыным. Ҡазандың Президент ҡарамағындағы кадрҙар әҙерләү институтын ҡыҙыл дипломға бөтөрҙөм. Хәҙерге ваҡытта кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға теләгем бар.
Барлыҡ уҡыусыларҙың төплө белем алыуҙарын теләйем. Уңыш тигән айсбергтың күренеп торған өлөшөнөң аҫтында ауырлыҡ, ҙур эш, күҙ йәштәре, йоҡоһоҙ төндәр, үҙеңде күп нәмәләрҙән мәхрүм итеү тора. Ҡарап тороуға еңел булһа ла, уңыш һәм бәхет еңел бирелмәй. Был - бик ҙур хеҙмәт".
Бар яҡлап тырыш Гүзәл Уразованың был теләге лә тормошҡа ашыр әле. Ни тиһәң дә, үҙе яҙғанса, хыялдарға тик уңғандар һәм тырыштар ғына хыянат итмәй, улар алдарына ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн бар көстәрен һала.
Фото: proufu.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: