Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 17:34

Аяғын... яңынан теккәндәр

Пациентты тиҙ арала Баймаҡ районынан Өфө дауаханаһына килтергәндәр.

Өфөнөң 21-се клиник ҡала дауаханаһы табиптары бик уникаль операция яһаған. Баймаҡ районынан 39 йәшлек ирҙең аяғының өҙөлгән сирағын ҡайтанан теккәндәр.
Бәхетһеҙ осраҡ ҡырҙа булған. Ир ат сапҡысы менән бесән әҙерләп йөрөгәндә, аңғармаҫтан сирағы тирәһенән аяғын өҙә саба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсе оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ була, күп кенә ҡан юғалта.
Урындағы "Ашығыс ярҙам" табиптары пациентҡа тәүге ярҙам күрһәтә, яраһын таҙарта. Тиҙ арала санитария авиацияһын саҡыртып, зыян күреүсене вертолет менән Өфөгә оҙаталар.
21-се клиник ҡала дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев белдереүенсә, тегелгән урын яҡшы уңалған, пациент бер айҙан һуң үҙаллы атлай башлаған.
Ул шулай уҡ мөмкин булмағанды эшләгән, үҙ эшенең оҫталары булған аҡ халатлыларҙың исем-шәрифен дә атаған. Улар ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге мөдире Сәғит Ҡаҙбулатов, Денис Юлдашев, травмотологтар Артур Нухов, Денис Айидов, анестизист Гөлназ Ғәтиәтуллина, шәфҡәт туташы Динара Ниғмәтуллина икән.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: