Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 17:22

“Вафатынан һуң да яңғыҙ...”

Билдәле йырсыны яңы зыяраттың ҡола яланына ерләүҙәре уның ижадын үҙ итеүселәрҙә төрлө фекерҙәр тыуҙырған.

Ошо көндәрҙә Ҡазанда Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, моң эйәһе Хәмдүнә Тимерғәлиева 72-се йәшендә вафат булды, тип хәбәр иткәйнек. Билдәле булыуынса, йырсы быға тиклем инсульт кисергән, комала булған, һуңғы ваҡытта йыш ҡына йөрәгенә зарланған.
Легендар йырсы 1949 йылда Башҡортостандың Борай районында, Ҡотлояр ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған. 1976 йылдан Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында эшләй башлаған, артабан үҙенең эстрада коллективын ойоштороп, СССР-ҙа, сит илдәрҙә сығыш яһаған. Йырсының репертуарында меңәрлгән йыр бар, ул билдәле композиторҙар, авторҙар, башҡарыусылар менән хеҙмәттәшлек иткән.
Боронғо татар һәм башҡорт халыҡ, автор йырҙарын профессиональ кимәлдә башҡарған легендар шәхес менән 15 сентябрҙә хушлаштылар. Матәм сараһынан булған фотолар социаль селтәрҙәрҙә, төрлө матбуғат сараларында донъя күрҙе, Хәмдүнә Тимерғәлиеваны Ҡазан эргәһендәге “Ҡурған” тип аталған зыяратта ерләүҙәре мәғлүм булды.
Эш шунда: был мәрхүм булғандарҙың һуңғы төйәге өсөн бүленгән яңы урын, бығаса бында бер кем дә ерләнмәгән. Легендар шәхес Хәмдүнә Тимерғәлиева яңы зыяратта матәм исемлеген асып ебәргән. Социаль селтәрҙәрҙә был йәһәттән төрлө фекерҙәр яңғырай, күптәр билдәле йырсыны ҡола ялан уртаһында, юл сатында ерләүҙәренә дәғүә белдерә.
“Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәне, теге донъяға күскәс тә уны яңғыҙ ҡалдырырға булғандармы?”, “Тыуған яғына алып ҡайтһалар яҡшыраҡ булыр ине?”, “Хәмдүнә апа” ти өҙөлгән билдәле шәхестәр нимә ҡараған?”, “Йөрәк әрней был хәлде күреп”, тип яҙыусылар бихисап.
Шул уҡ ваҡытта бәғзеләр ҙур ҡалала көн һайын кем менәндер хушлашыуҙарын, яңы асылған зыяраттың ҡала халҡын тиҙҙән тулы көсөнә хеҙмәтләндерә башлаясағын, шуға Хәмдүнә Тимерғәлиева һуңғы төйәгендә яңғыҙ оҙаҡ ятмаясағын да белдерә.
Икенсе сығанаҡтар билдәле йырсы ҡасандыр үҙен тап ошонда, иркен урында ерләүҙәрен һораған, тип яҙа. Нисек кенә булмаһын, моң эйәһе, талантлы йырсы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиеваның урыны ожмахта, ауыр тупраҡтары еңел, йәне риза булһын!
Фото: intertat.tatar
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Vafatinan-u-da-ya-i-459496/
Читайте нас: