Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 12:24

“Уның һәр көнө тамуҡ ине...”

Кисә иренән туҡмалып үлгән күп балалы йәш әсә хаҡында хәбәр иткәйнек. Таныштары әйтеүенсә, уның иренән туҡмалмаған көнө булмаған. Унан тыш, асыҡланыуынса...

Ошо көндәрҙә Иглин районында дауаханала йәш әсәнең вафат булыуын, уның әхирәте ҡатынды ире туҡмап үлтергән, тип белдереүен матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
“Комсмольскя правда” порталы хәбәр итеүенсә, Альбинаның тәүге никахтан ике ҡыҙы бар. Тәүге иренең әсәһе – элекке ҡәйнәһе белдереүенсә, был ике баланы ул тәрбиәләй.
“Опека мәсьәләһен хәл иткән судҡа уҡ Альбина бите-башы күгәреп килгәйне”, – ти элеке ҡәйнәһе. Уның һүҙҙәре буйынса, һуңғы биш йылда ҡатын М. тигән ир менән донъя ҡорған, уға малай табып биргән, әммә ошо йылдар Альбина өсөн ысын тамуҡҡа әүерелгән.
Яңы ғына төрмәнән иреккә сыҡҡан икенсе ире уны йыш туҡмаған, әхирәттәре менән аралашырға рөхсәт итмәгән, әммә ҡатын полицияға мөрәжәғәт итергә бик ныҡ ҡурҡҡан. Элекке ҡәйнәһе әйтеүенсә, был ир Альбина артынан бер тотам ҡалмай йөрөгән, ә ҡатындың кейәүгә сығырғамы-сыҡмаҫҡамы тигән шиктәре лә булған.
Альбина ире менән йыш ҡына эсергә ярата ине, ти уны яҡындан белгәндәр. Әммә эсһә, ир нимә ҡылғанын белмәгән, ҡатынына йоҙроҡ менән ташланған. Бының өсөн ул төрлө сәбәптәр тапҡан: йә ашарға насар бешергән, йә теге иргә ҡараған, йә йортто насар йыйыштырған...
Ситтән ҡарағанда ҡәҙимге ғаилә тойолһа ла, ир менән ҡатындың насар мөнәсәбәттәрен күрше-күлән, участка инспекторы, әхирәттәре, опека органдары вәкилдәре лә белгән. Әммә Альбина әллә артыҡ яратҡан, әллә ҡурҡҡан – ғариза яҙырға бармаған...
Бының нимә менән бөткәнен хәҙер беләбеҙ. Элекке ҡәйнәһе әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә Альбина уға ике тапҡыр шылтыратҡан, һаулығына зарланған, иренең тағы туҡмап ҡыуып сығарыуын әйткән. Температураһы ныҡ күтәрелгәс, ҡатынды дауаханаға һалып, коронавирусҡа тикшергәндәр. Һөҙөмтә кире булғас, Альбина тағы өйөнә, балаһы янына ҡайтҡан...
– Аҙым һайын Альбинаны туҡмап, ҡыуып сығарған йортҡа был ирҙең бер ҡағылышы ла юҡ, сөнки киленем уны фатирын һатып, әсәлек капиталына һатып алғайны, – ти элекке ҡәйнәһе.
Ир ғәйебен танымай, ҡатын үҙе йығылды тип бара. Башында яраһы булған, ныҡ итеп туҡмалған ҡатын өс көндән реанимацияла йән биргән.
Әлегә был әҙәм иректә, бала ла уның менән. Эсергә яратҡан ир баланы ни эшләтер, тип көйә элекке ҡәйнә, әммә өсөнсө баланы тәрбиәгә алырға мөмкинлегем юҡ, ти.
Әлегә Альбинаның кәүҙәһе экспертизала, уның үлем сәбәбе асыҡлана.
Ҡанһыҙ ир тейешле язаһын алыр, тип өмөтләнергә ҡала.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Uni--r-k-n-tamu-ine-458431/
Читайте нас: