Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 17:04

Улар бер туған булған...

Эскелек, мылтыҡ, низағ... Һөҙөмтә бик ҡурҡыныс.

13 сентябрҙә таң менән республиканың Архангел районында фажиғә теркәлә. 21 йәшлек егет һунар мылтығынан бер туған ағаһын атып үлтерә.
Асыҡланыуынса, бында ла иҫерткес эсемлектәрһеҙ булмай. Йәш ир 28 йәшлек ағаһы менән эсеп ала һәм бергәләшеп яланға сығырға була. Ни сәбәптәндер, үҙе менән һунар мылтығын да ала. Бер мәлдә ағалы-ҡустылы араһында низағ сыға. Бәләкәй ҡусты күп уйлап тормай, мылтығын ала ла, ағаһына атып та ебәрә. Патрон ирҙең түшенә килеп тейә, ул алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.
Хоҡуҡ һаҡсылары егетте полиция бүлексәһенә алып китә. Ир ғәйебен таный. Тәфтиш комитеты уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: versiya.info
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ular-ber-tu-an-bul-an-458260/
Читайте нас: