Уның маҡсаты - Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу.
Һөт фабрикаһы сеймалды урындағы фермерҙарҙан һатып ала. Бер тәүлек эсендә уларҙан һөт ризыҡтары әҙерләнә. Артабан тапшырыу пункттарына илтеп ҡуйыла. Һөт кухняһы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе сифатлы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Ҡырмыҫҡалы үҙәгендә лә һөт ризыҡтарын таратыу пункты эшләй.
- 1 ғинуарҙан ташламаға хоҡуғы булған, ғаиләләге һәр йән башына уртаса килем баланың йәшәү минимумы кимәленән түбәнерәк булған ғаиләләрҙәге балалар бушлай һөт аҙыҡ-түлектәре – һөт, эремсек һәм ҡатыҡ менән тәьмин ителә. Бөгөн районда 200-ҙән ашыу бала сифатлы һөт продукцияларын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә. Был исемлек көн дә тулыланып тора. Улар менән килешеү төҙөгән саҡта баланың мәғлүмәттәре берҙәм базаға индерелә һәм уға үҙенсәлекле номер бирелә. Балалар өсөн бушлай һөт продукцияларын һәм ҡоро һөт ҡатнашмаларын һәр аҙнаның шишәмбе һәм йома көндәрендә алырға мөмкин. Һөт ризыҡтарын Стәрлетамаҡтағы “Һөт кухняһы”нан таратыу ваҡыты алдынан ғына алып киләләр, шуға күрә балалар яңы һауылған һәм эшкәртелгән һөт ризыҡтарын ҡулланасаҡ. Һөт ризыҡтары аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә лә ҡаралған. Бының өсөн тейешле документтар йыйып, таратыу пункттарына мөрәжәғәт итергә кәрәк - ти “Башфармация” предприятиеһының Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 398-се һанлы дарыухана мөдире Әлиә Ҡотлоева.
Әйткәндәй, түләүһеҙ нигеҙҙә бушлай һөт кухняһы учреждениеһы продукцияларын алыу өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
- паспорт күсермәһе (балалар өсөн тыуыу тураһында таныҡлыҡ);
- йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында белешмә;
- күп функциялы үҙәктән аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусын раҫлаусы белешмә;
- балаларҙы махсуслаштырылған аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн участка табип-педиатрҙан белешмә;