Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 14:20
Республикала коронавирустың 32-се ҡорбаны: Өфөлә 34 йәшлек ир вафат булған
Өфөлә 1986 йылғы ир коронавирустан вафат булған. Ул сир ҡорбандарының күңелһеҙ исемлеген тулыландырҙы.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхүм башҡа ауырыуҙарҙан да яфаланған: һимереү, ДВС-синдромы, һул коронар артерия тромбозы.
Ведомствоның 16 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 32 кеше коронавирус йоҡторған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны 8 286-ға еткән. COVID-19 менән ауырыған 32 пациент стационарҙа дауалана. Уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә.
473 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 27 кеше дауахананан сығарылған, йәмғеһе 7 749 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә 112 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән. Пневмония менән сирләгән 82 пациент һауыҡҡан.
Бөтәһе 919 602 тикшереү үткәрелгән, 886 631 кеше тикшерелгән. Бер тәүлектә 8 937 тикшереү уҙғарылған, 8 739 кеше тикшерелгән.
https://
www.bashinform.ru/news/1494180-32-ya-zhertva-koronavirusa-v-bashkirii-skonchalsya-34-letniy-ufimets/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде