Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 15:44

Хәтер - мәңгелек

Пандемия арҡаһында бөйөк Еңеүҙең 75 йылығы юғары кимәлдә ойошторолмаһа ла, Был байрам күңелендә, сөнки бөйөк Ватан һуғышы миллионлаған кеше күңелендә юйылмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған. Йылдан-йыл олатай-өләсәйҙәребеҙҙең рухи көсөнә, ныҡлығына, сыҙамлығына һоҡланыу хисе арта ғына бара.

Түбәнге Төкөн ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан­дарҙың, яу яландарында ятып ҡалған ауылдаштарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелде - стела ҡуйылды. Стела асыу тантанаһында муни­ципаль район хакимиәте вәкил­дәре, ошо ауылда тыуып үҫеп, төрлө ерҙәрҙә йәшәүсе ауылдаштар, күрше ауыл халҡы ҡатнашты.
Ауыл Советы башлығы Илгиз Бикҡужин сараға килеүселәрҙе сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.
- Илебеҙ тыныслығы, киләсәк быуындың бәхетле тормошо өсөн йәндәрен аямай көрәшкән ауыл­даштарыбыҙҙың исемдәрен мәңге­ләштереү – беҙҙең иң мөһим буры­сы­быҙҙың береһе. Был үткән­дең киләсәк менән бәйләнеше хаҡында һөйләй. Бигерәк тә йәш быуын Ватаныбыҙҙың азатлығы һәм үҙаллылығы өсөн йәндәрен аямаған батырҙарҙы онотмаҫҡа тейеш,- тине Илгиз Вәкил улы.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Читайте нас: