Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 11:45

Гөлназ Асаеваны яратмағандар арта

“Ни өсөн һин шундай ҡурҡыныс? Әсәйең матурыраҡ...”

Күптәребеҙ моңло Гөлназ Асаеваның ижадын үҙ итә. Матур йырлаған ҡыҙ күптәрҙе тауышы менән әсир итте шул. Ә бына пандемия башланып, концерттар туҡтатылып торғас, ҡайһы бер кешеләрҙең ҡарашы үҙгәрҙе, ахыры.
Эш шунда, концерттары булмаһа ла, Гөлназ ҡул ҡаушырып ята торғандарҙан түгел. Ул селтәрле маркетингта эшләй башланы. Шулай уҡ кейәүгә сыҡты һәм ире менән бергәләп уңышлы бизнес төҙөй. Күрәһең, күптәргә был оҡшамай.
Тәүге шау-шыуҙар Радик Юлъяҡшин менән низағтан башланып китте. Дөрөҫөрәге, Радик менән Вилли араһында ижади конфликт тыуҙы, ә Гөлназ ситтә ҡалманы.
Гөлназ Инстаграмдағы сәхифәһен бик әүҙем алып бара. Йәштәр һәр аҙымын тиерлек унда ҡуйып бара. Тик быны хуплаусылар ғына түгел, яманлағандар ҙа етерлек. Ошо көндәрҙә Гөлназ “Оят таҡтаһы” тигән рубрика менән уға яҙған хәбәрҙе күрһәтте.
“Видеоңды кире ҡараныңмы? Ни өсөн һин шундай ҡурҡыныс? Күҙҙәрең аҫтында нимә? Ғаилә тормошо насар тәьҫир итәме әллә? Әллә детокстарыңдың тәьҫиреме? Халыҡ фекере буйынса, әсәйең һиңә ҡарағанда матурыраҡ күренә. Йырлаған сағыңда тауышың ғына матур, ә башҡаһы...” – тип яҙҙылар уға.
Гөлназ уға яуап биреп тормаған, ә ни бары уға һылтанма ҡуйған.
Кешенең уңышына көнләшеүме был? Әллә, ысынлап, Гөлназ үҙгәреп, эреләнеп киттеме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: