Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 16:17

Башҡортостан Хөкүмәтенә Премьер-министр тәғәйенләнде

Андрей Назаровтың кандидатураһын бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары раҫланы.

Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары көҙгө сессия эшен башланы. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ултырыш махсус режимда үтте, ул коронавирус пандемияһына бәйле ине. Депутаттар барлыҡ талаптарҙы үтәне, социаль дистанцияны һаҡлау өсөн өс залда урынлаштылар.
Көн тәртибе бик бай булды. Иң мөһим мәсьәлә булып, республика Хөкүмәтенә Премьер-министр тәғәйенләү булды.
Регламентҡа ярашлы, төбәк етәксеһе кандидатура тәҡдим итә һәм депутаттар уны раҫларға тейеш. Радий Хәбиров ошоға тиклем Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Андрей Назаровты тәҡдим итте.
– Беҙ Андрей Геннадиевичты һөҙөмтәле эшләүсе етәксе булараҡ беләбеҙ. Ул республиканың иҡтисадын нығытыу өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләгән кеше. Ул үҙен коронавирус пандемияһы осоронда ла тик яҡшы яҡтан күрһәтте, халыҡҡа һәм эшҡыуарҙарға, иҡтисадҡа ярҙам итеү йәһәтенән күп эшләне. Бөгөн ул иҡтисад, финанстар, бюджет, социаль өлкә һәм башҡа мәсьәләләр өҫтөндә әүҙем эшләй. Уны әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та беләбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Бөгөн, хөрмәтле депутаттар, һеҙҙең алда бик мөһим бурыс тора. Был сираттағы кадр ҡарары ғына түгел, ә республиканың киләсәге, артабанғы үҫеше өсөн тауыш биреү.
Ул артабан да иҡтисадты үҫтереү өсөн тырышасағын белдерҙе. Әлбиттә, башҡа мөһим йүнәлештәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Был социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау мәғариф, туризмды үҫтереү һәм башҡалар. Андрей Назаров артабан да республика мәнфәғәтендә эшләйәсәген белдерҙе.
– Башҡортостанға кешеләрҙең йәшәргә килгеһе килеп торорға тейеш. Беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бергәләшеп тырышып эшләргә кәрәк, - тине ул.
Артабан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары уға төрлө өлкәләргә ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе. Андрей Назаров уларҙың бөтәһенә лә яуап бирҙе. Бынан һуң парламент фракциялары етәкселәре кандидат буйынса үҙ фекерен еткерҙе. Улар Андрей Назаровты хупланы.
Республика парламенты депутаттары бер тауыштан уның кандидатураһын раҫланы. Шулай итеп, ниһайәт, республика Хөкүмәтендә Премьер-министр тәғәйенләнде
Артабан Андрей Назаров үҙенең киләсәккә эш планы менән сығыш яһаны.
Фото: Башинформ
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Bash-ortostan-H-k-m-ten-Premer-ministr-t--yenl-nde-459254/
Читайте нас: