Даирә
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 18:21
25-е лә ята ҡанға батып...
“Бөгөн иртәнсәк тороп, тышҡа сыҡһам, шаҡ ҡаттым...”
Социаль селтәрҙәге “Подслушано Аскарово” берҙәмлегендә яҙылған яҙма уйға һалды, йәнде әрнетте. “Иртәнсәк тороп, ҡаҙҙарымды сығарайым тип сыҡһам, ҡатып ҡалдым. Миндә – шок. Ни эшләмәк кәрәк: 25 ҡаҙ ята ҡанға батып. Йәй буйы көтөп, ҡурсалап... Хәҙерге заман закондарына ярашлы, эттәргә тейергә ярамай. Һәр бер эт өсөн 6 мең һум түләргә кәрәк...”
Ауылда йәшәгән һәм мал көткән һәр кемдең күҙ терәп торғаны шул мал бит инде. Етмәһә, йәмле йәй буйы ошо ҡош-ҡортто, малды көтәләр һәм көҙ мул ризыҡҡа өмөт итәләр. Кемдер ошо итте һатып, балаларын ҡышҡылыҡҡа кейендерергә аҡса йыйнай. Тик ниңә эт аҫрағас, уларҙы бәйһеҙ йөрөтәләр? Бына ошо ҡарауһыҙ йөрөгән эттәрҙең хужаһы нимә уйлай икән?! Әгәр бындай эштәр өсөн етди яуаплылыҡ сараһы ҡаралһа, ошо үрҙәге кеүек хәл дә теркәлмәҫ ине...
Бындай хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың башҡа төбәктәрендә лә теркәлә. Һөҙөмтәлә әллә күпме һарыҡ, һыйыр, ҡош-ҡорт тәләфләнә... "Хәҙерге заман закондарына ярашлы, эттәргә тейергә ярамай", - тип яҙа ҡаза күргән пост авторы. Шул уҡ ваҡытта урынлы һорау тыуа: "Ә кешенең хәләл көсө менән үҫтерелгән ҡош-ҡортона, мал-тыуарына тейергә яраймы?.."
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/25-e-l-yata-an-a-batip-459537/
Читайте нас: