Даирә
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 16:53

Ҡышҡа - “Алтын көҙ” салаты

Баҡсасы-хужабикәләргә салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Уңышығыҙ мул, табындарығыҙ мул булһын!

Алтын көҙ" салаты өсөн кило ярым татлы болгар боросо, ике килограмм помидор, ике килограмм кәбеҫтә, 700 грамм кишер, ярты килограмм һуған, ярты литр үҫемлек майы, 200 грамм шәкәр, 100 грамм тоҙ, 200 миллилитр һеркә, лавр япрағы кәрәк. Тәүҙә помидорҙарҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ, боросто, кәбеҫтәне турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыс аша ҡырабыҙ, һуғанды ярым түңәрәк итеп киҫеп, үҫемлек майы, шәкәр, тоҙ, лавр япрағы һалып, һәйбәтләп бутап, 20-30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Шунан банкаларҙы стерилләп, һеркә ҡушып, эҫе көйөнсә тултырабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: sep-market.ru Автор: Рисаля Юмагулова https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/ish-a--Altin-k--salati-457632/
Читайте нас: