Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 05:30

Әйҙәгеҙ, артабан бергә!

Радий Хәбиров "БСК"ға ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.

Өфөлә “ВДНХ-Экспо” комплексында үткән “Газ. Нефть. Технологиялар-2020” күргәҙмәһен ҡараған саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компанияһы” экспозицияһы менән танышты һәм предприятиеның етәкселеге менән аралашты. “БСК”ның генераль директоры Эдуард Давыдов белдереүенсә, әлеге ваҡытта компания Шахтау тауы төбөнән һыулы кимәлдәрҙән түбәнерәк урында хәүефһеҙ рәүештә сеймал табыу буйынса саралар комплексы эшләнеүен белдерҙе. "Әле беҙ ундағы һыуҙы нисек таҙартыу, уны ҡайҙа сығарып ҡойоу, башҡа варианттарҙы һәм уларҙың эҙемтәләрен өйрәнәбеҙ. Әҙерләп бөткәс, һеҙгә ҡарарҙарыбыҙҙы тәҡдим итербеҙ", – тине Эдуард Давыдов. Радий Хәбиров компания вәкилдәренә, сеймал мәсьәләһенән тыш, модернизация, экологик проблемаларҙы хәл итеү, эш урындарын һаҡлау тураһында етди уйларға кәңәш итте. Башҡортостан Башлығы “БСК”лағы эш хаҡы кимәле менән дә ҡыҙыҡһынды. Генераль директор белдереүенсә, предприятиела 8700 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы 44 мең һум тәшкил итә. – Беҙ һеҙгә иңде ҡуйырға әҙер, әйҙәгеҙ, артабан бергә эш итәйек, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: