Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 19:05

Һөйөүҙең биш теле

Башҡалар менән аралашыу һәм мөнәсәбәттәр ҡороу кешегә үҙен мөһим, кемгәлер крәкле итеп тойорға мөмкинлек бирә. Ысынлап та, беҙҙҙе яраталар икән, үҙ мөһимлегебеҙҙе, кемгәлер кәрәкле булыуыбыҙҙы тоябыҙ. Ә инде һөйөүҙең биш теле мөхәббәтте белдерергә ярҙам итә. Әммә беҙ бөтәбеҙ ҙә бер төрлө түгел, үҙен яратҡандарын аңлау өсөн кеше ул телде лә төшөнөргә тейеш. Бөгөн һөйөүҙең биш теле менән танышырға саҡырабыҙ. Үҙебеҙҙең һәм партнерыбыҙҙың һөйөүҙең ниндәй телендә аралашыуын аңларға өйрәнәйек.

Һөйөүҙең беренсе теле – хуплау һүҙҙәре
Партнерығыҙҙы йышыраҡ маҡтағыҙ. Был – кешегә ҡыуаныс бирә. Ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәре, уға комплименттар әйтегеҙ. Ниндәйҙер ауыр хәлгә тарыһа, мин һинең менән, барыһын да аңлайым, һиңә нисек ярҙам итә алам, тиегеҙ. Йыш ҡына кешегә ниндәйҙер аҙым яһар өсөн ҡыйыулыҡ етмәй, ә яҡынының ышаныс тулы һүҙҙәре уға стимул бирә ала. Һөйгәнегеҙ менән яҡшы, йылы мөғәмәләлә булығыҙ. Кешенең мөхәббәт теле хуплау һүҙҙәре икән, уның өсөн кемдеңдер үҙенән ғәфү үтенеүе мөһим. Шуға ла, әгәр ҙә хаҡлы түгеллегегеҙҙе аңлаһағыҙ, унан ғәфү үтенегеҙ. Ул был һүҙҙәрҙе көтә һәм һеҙҙе мотлаҡ ғәфү итәсәк. Сөнки һеҙҙең уны яратыуығыҙҙы тоясаҡ.
Һөйөүҙең икенсе теле ваҡыт
Был телдә һөйләшкәндәр өсөн тормош иптәше менән бергә булыу, һөйөү тулы һүҙҙәр ишетеү генә түгел, улар артында йәшеренгән тойғоларҙы ла күреү мотлаҡ. Бергә булыу был осраҡта бер бүлмәлә булып, икеһе ике төрлө эш менән шөғөлләнеүҙе аңлатмай. Бергә булыу бер-береңә иғтибар күрһәтеү. Мөхәббәтең был телендә ошолай һөйләшергә кәрәк:
  1. Ҡайҙалыр бергә барырға. Был күңелдә яңы йылы тәьҫораттар һәм хәтирәләр ҡалдырасаҡ.
  2. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү – уйҙар, хис-тойғолар менән уртаҡлашыу. Ихлас тыңлау. Ҡайһы берҙә ни ҙә булһа һөйләү түгел, ә һөйгәнеңде тыңлай белеү мөһим.
  3. Һөйөүҙең өсөнсө теле бүләктәр
    Әгәр ҙә яҡынығыҙҙың мөхәббәт теле бүләккә бәйле икән, ул һеҙҙән бүләктәр көтә. Һәм ул һөйгәненең бүләктәре менән ғорурлана. Бындай кеше өсөн бүләктең ҙурлығы ла, хаҡы ла мөһим булмауы ихтимал. Әммә бик абруйлы кеше арзанлы бүләктәр яһай икән, партнерының мөхәббәтенә шикләнә башлауы ла бар.
    Һөйөүҙең дүртенсе теле ярҙам
    Ярҙам итеү – тимәк, партенырығыҙға булышыу. Уның үтенесенә иғтибарлы булыу ҙа мөхәббәттең сағылышы. Мин һиңә нимә менән ярҙам итә алам тип йышыраҡ һорағыҙ, һәм үтенесен үтәгеҙ.
    Әйтәйек, ҡатын кеше, ғәҙәттә, өй эштәрендә ярҙам итеүҙе һорай, ти. Үҙегеҙгә оҡшамаған бер-ике эште һайлағыҙ ҙа, башҡарығыҙ. Әгәр әҙ ҡатынығыҙҙың төп һөйөү теле ярҙам икән, ул үҙен бик бәхетле һәм кәрәкле итеп тоясаҡ. Сөнки һеҙ мөхәббәтегеҙ хаҡында уға аңлайышлы телдә белдерәсәкһегеҙ.
    Әйткәндәй, үҙегеҙҙең мөхәббәт телегеҙ ярҙам икән, матур итеп һорарға ла өйрәнегеҙ. Ярҙам һорағанда талап итмәгеҙ, ә үтенегеҙ. Бойороуҙар мөхәббәте үлтерә. Үтенес йәки һорау кешегә һайлау мөмкинлеге ҡалдыра. Һәм яҡынығыҙ үҙен ирекле итеп тоя. Әгәр ҙә мөнәсәбәттәрҙә ирекле икән, тимәк, уны яраталар.
    Мөхәббәтең бишенсе теле ҡағылыуҙар
    Ҡағылыуҙар ҙа мөхәббәте сағылдыра. Әгәр был тел һөйгәнегеҙҙең мөхәббәттәге тыуған теле икән, физик хыянат кисереү ҙур трагедияға әүерәләсәк. Уның мөхәббәте селпәрәмә киләсәк. Был телдә мөхәбәтте үбешеү менән генә түгел, еңел ҡағылыуҙар менән дә белдерергә була. Йыш ҡына ауыр мәлдәрҙә яҡын кешебеҙҙең янда булыуын, ҡосаҡлауын теләйбеҙ. Һеҙҙең нимә әйтеүегеҙ мөһим булмауы, партнерығыҙ уны ҡосаҡлағас ҡына яратуығыҙҙы аңлауы ла ихтимал. Ауыр мәлдәрҙә мөхәббәте белдерергә кәрәк. Был мәңгелекә хәтерҙә ҡала.
    Ә хәҙер шуларҙы билдәләйек: үҙегеҙҙең һәм партнерығыҙҙың һөйөү теле ниндәй? Был һеҙҙе бер-берегеҙҙе нығыраҡ аңларға ярҙам итер. Мөхәббәт телен билдәләүҙең ябай ғына ысулдары бар:
    Һеҙҙе һөйгәнегеҙҙең үҙегеҙгә ҡарата мөнәсәбәтендә нимә барыһынан да нығыраҡ яралай? Әгәр ҙә тәнҡитте ауыр кисерәһегеҙ икән, тимәк, һеҙҙең өсөн һөйөү теле – хуплау һүҙҙәре. Һөйөү телен билдәләр өсөн партнерығыҙҙан йышыраҡ нимә тураһында һорауығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Ҡыҫҡаһы, яратҡан кешегеҙҙең үҙегеҙгә ҡарата мөнәсәбәтендә кәйефегеҙҙе нимә нығыраҡ төшөрә, шуның киреһе һеҙҙең һөйөү телегеҙ була ала. Партнерығыҙ быны һеҙҙең мыжыуығыҙ тип ҡабул итеүе лә бар. Әммә, ысынында, был һеҙҙең һөйөү теле Күңелегеҙҙе йышыраҡ нимә борсоуға һала? Әйтәйек, тормош итпәшегеҙҙең ярҙам итмәүе хәүефләндерә икән, икән, тимәк, һөйөү телегеҙ – ярҙам. Уның һеҙгә ваҡыт бүлмәүе борсой икән – ваҡыт. Бүләк яһамауы күңелегеҙҙе ҡырһа – бүләк.
    Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙ һөйгәнегеҙгә ниндәй телдә мөхәббәтегеҙҙе белдерәһегеҙ? Һәм уның һөйөү теле ниндәй? Әгәр ҙә йыш маҡтайһығыҙ икән – хуплау һүҙҙәре, ярҙам итергә тырышһағыҙ – ярҙам. Һеҙҙең телде ул аңлаймы? Шул хаҡта ла уйланығыҙ. Мөхәббәтегеҙҙе белдергәндә партнерығыҙ менән бер телдә һөйләшегеҙ. Һәм һеҙҙең арала һөйөү хисе бре ваҡыттыа ла һүрелмәҫ.
    Йәсминә Сафина әҙерләне.
    https://shonkar.rbsmi.ru/articles/-m-m-aua/y--e-bish-tele-457545/
    Читайте нас в