Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 17:04

Вирус йәш егетте лә аяманы...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, коронавирус ҡорбандары тағы артты.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, коронавирус ҡорбандары тағы артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 34 йәшлек Өфө егетен табиптар үлемдән ҡотҡара алмаған. Ведомство мәғлүмәттәренән күренеүенсә, пациенттың хроник сирҙәре булған – һимеҙлек һәм ДВС синдромы (диссеминированное внутрисосудистое свертывание). Был үлем осрағы - сентябрь айында рәсми теркәлгән өсөнсөһө инде. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар һаны 32-гә артҡан, шулай итеп, пандемия осоронда барлығы 8286 кеше сиргә дусар булды. Бөтәһе 7749 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 27 кеше. Әлеге көндә 505 ауырыу дауалана, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пневмония осраҡтары һуңғы тәүлектә арта төшкән - 112. Фото: ulan.mk.ru Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Virus-y-sh-egette-l-ayamani-458085/
Читайте нас: