15 сентябрҙә 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратыу килә. Был хаҡта “Новости Уфы и Республики Башкортостан” порталы хәбәр итә. Белорет районындағы Бәләкәй Инйәр йылғаһында тимер юл күпере аҫтында "BMW X5" батҡан. Ололарҙан тыш, салонда һигеҙ йәшлек бала ла булған. Бәләгә тарыған ғаиләгә ярҙамға тиҙ арала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары йүнәлтелә. Улар автомобилде буксирға алып, һөйрәтеп сығара. Баҡтиһәң, был ғаилә Сибай ҡалаһынан Өфөгә юлланған була. Юл ыңғайы туҡтап, йылға буйында фотоға төшөргә булалар. Әммә күңелһеҙ хәлгә тарыйҙар: машиналары бата. Тырышып-тырышып та үҙаллы сығара алмағас, ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булалар. Бәхеткә күрә, берәү ҙә ҡаза күрмәгән. Фото: "Башинформ". Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Timer-yul-k-pere-a-tinda--BMW-X5-458218/