Нефтекама ҡалаһында берәҙәк эттәр өйөрө балаларҙы ҡурҡытып, майҙансыҡтағы уйын ҡоролмаһына ҡыуып мендерә. Был осраҡты шунда йәшәгән бер ҡатын фатирының тәҙрәһенән видеоға төшөрөп, "Бәйләнештә" социаль селтәренә һала. Видеояҙмала дүрт эт бейеккә менеп ҡунаҡлаған ҡыҙҙарға ҡарап өрә. Ярай әле арттарынан эйәрмәйҙәр. Бер ир яндарына килеп уларҙы таш менән ҡыуып ебәрмәһә, нимә булыр ине икән?.. Халыҡ белдереүенсә, ҡалала был мәсьәлә бик ҡырҡыу тора. Уның менән шөғөлләнгән кеше юҡ. Шуға күрә нефтекамалар бик асыулы. "Юл һәм Социалистик урамдары киҫелешендәге ихатала бер ҡыҙҙы эттән аралап алып ҡалдым. Тағы бер тапҡыр ҡайышһыҙ, морондоҡһоҙ этте күрһәм, атып үлтерәсәкмен", - ти берәү комментарийҙа. Фото: cod48.ru Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ta-i-k-r-m--atip-lter-m-454852/