Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентября 2020, 12:14
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән
Бәрелеү шул тиклем көслө була...
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы кисә Краснокама районында була.
Арлан-Әшит автомобиль юл трассаһының 6-сы километрында ремонт эштәре барған булған. Ағиҙел ҡалаһынан 46 йәшлек ҡатын ВАЗ-2107 автомобилендә "Vogele" маркалы асфальт түшәүсе техникаға барып бәрелә. Бәрелеү шул тиклем көслө була: водитель һәм уның ике пассажиры ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Вафат булыусыларҙың береһе - 58 йәшлек ир, икенсеһе - 32 йәшлек ҡатын була. Шулай уҡ 18 йәшлек йәш егет тә зыян күрә. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 13 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s-keshene--mere--lg-n-456890/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!