Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 15:50

Өс бала атаһы саунала үле килеш табылған

Хоккейсының өс балаһы ҡалған, береһе - инвалид...

43 йәшлек хоккейсы һәм өс бала атаһы Владимир Даниловтың үле кәүҙәһен Өфө сауналарының береһендә тапҡандар. Ҡатыны һәм ҡыҙы уны туҡмап үлтереүҙәре, талауҙары тураһында раҫларға тырышһа ла, полицияла һәм Тәфтиш комитетында енәйәт эше ҡуҙғатырға ашыҡмайҙар.
Ҡатыны Наталья әйтеүенсә, ире кискеһен дуҫы менән саунаға китә. Һуңға ҡалғас, администраторҙан такси саҡыртыуҙы һорайҙар. Кейенеп бөтөп, сығырға торғанда, ошонда уҡ ял иткән иҫерек дүрт ир менән эләгешеп китәләр. Бәхәс һуғышыуға барып етә. Владимирҙың танышы, башына һуҡҡандан һуң, иҫһеҙ йығыла, аҙаҡ нимә булғанын хәтерләмәй. ”Ә минең иремде ныҡ туҡмайҙар, башы, яурындары күм-күк ине”, - ти Наталья.
Эш бының менән генә бөтмәй, ирҙе сисендереп, аҡса янсығын, кейемен алалар һәм ҡасалар. Шуныһы сәйер, сауна хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаны күреп-күҙәтеп тора, бер нигә ҡыҫылмай, хатта оҙаҡ ваҡыт "Ашығыс ярҙам" да саҡырмайҙар, яуаплылыҡтан ҡурҡалар.
- Шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" саҡыртҡанда, бәлки, ирем иҫән ҡалған булыр ине, - ти Наталья. - Иртәгәһенә полициянан шылтыратып, кәүҙәне танырға саҡырҙылар. "Ирегеҙ эстеме, наркотиктар менән мауыҡманымы?" - тигән шик белдерҙеләр. Ул Төнгө хоккей лигаһындағы “Локомотив” хоккей клубы уйынсыһы, эскән кеше түгел. Аҙаҡ миңә уның йөрәк өйәнәгенән вафат булыуы тураһында белдерҙеләр. Спортсыларҙы даими рәүештә тикшереп торалар, һаулығына һис зарланғаны булманы.
Ҡатындың әйтеүе буйынса, адвокат менән бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреүҙе һорағандар, ул үлемдең сәбәбен асыҡларға тейеш. Ауырлыҡ менән булһа ла, материалдар Тәфтиш комитетына ебәрелгән. Наталья хоҡуҡ һаҡлау органдарының эште һуҙып, ғәйеплеләрҙе язаһыҙ ҡалдырыуынан ҡурҡа.
- Ул бик яҡшы күңелле кеше ине. Беҙҙең өс балабыҙ бар, береһе - инвалид. Аталарын бик һағыналар. Беҙ бары ғәҙеллек тантана итеүенә, енәйәтселәрҙең тейешле яза алыуына өмөтләнәбеҙ, - тип уфтана әсә.
Фото: Ufa1.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s-bala-ata-i-saunala-le-kilesh-tabil-an-456381/
Читайте нас в