Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 15:26

Элвин Грей: "Уның хаҡында хәтирә сикһеҙ буласаҡ..."

Хәбәр итеүебеҙсә, Татарстандың халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиеваны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Уның менән хушлашыу Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филормонияһында үтте.

Бик күп күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт кешеләре үҙҙәренең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҡташыбыҙҙың, танылған йырсының яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Радик Юлъяҡшин да социаль селтәрҙә Хәмдүнә Тимерғәлиеваның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан һәм уның хаҡында яҙма ҡалдырған: "Бындай минутта кәрәкле һүҙҙәрҙе табыуы ҡыйын. Хәмдүнә апа, әле әйткәнгә ҡарағанда, күпкә күберәк һүҙҙәргә лайыҡ. Ул һәр саҡ беҙҙең эстраданың намыҫы һәм выжданы булды. Уның хаҡында хәтирә уның таланты һәм яҡшылығы кеүек сикһеҙ буласаҡ. Хәмдүнә Тимерғәлиеваның миңә ҡарата яҡлау-терәген ғүмер буйы онотмаясаҡмын. Ул мәңге күңелемдә ҡаласаҡ".
Фото: Радик Юлъяҡшиндың шәхси архивынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: