Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 15:50

Байҙа инәйҙе күрмәнегеҙме?

Инәйҙең туған-тыумасаһы бик борсола, аптырап ирекмәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Улар менән бәйләнешкә инеү өсөн телефон: 8-987-106-06-01 йәки 02.

Стәрлетамаҡта хәбәрһеҙ юғалған 82 йәшлек Байҙа Ҡорбанғәлиеваны эҙләйҙәр. 11 сентябрҙә өйөнән сығып киткән инәй һаман да әйләнеп ҡайтмаған.
Яҡындары әйтеүенсә, ул был юлы ҡайҙа юл тотҡанын өндәшеп тормаған. Инәйҙең туған-тыумасаһы бик борсола, аптырап ирекмәндәргә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Улар менән бәйләнешкә инеү өсөн телефон: 8-987-106-06-01 йәки 02.
Айырым билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, буй оҙонлоғо яҡынса 150 сантиметр, сал сәстәре яурынына тиклем төшөп тора. Һорғолт төҫтәге кофтала , ҡара курткала, йәшел яулыҡта һәм күк галоштарҙа булған. Инәйҙе күреүселәр булһа, мотлаҡ шылтыратығыҙ!
Фото: BashNews.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bay-a-in-y-e-k-rm-nege-me-457369/
Читайте нас: