Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 18:50

«Башҡорт» ойошмаһының элекке етәксеһе буйынса суд ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалды

Башҡортостандың Юғары суды Фаил Алсыновтың ялыуын ҡараны.

Башҡортостандың Юғары суды Фаил Алсыновтың ялыуын ҡараны. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы яҙа. Башҡортостан Республикаһы судтарының Берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ул Өфөнөң Киров районы суды судьяһының полицейскийҙың законлы бойороғона йәки талабына буйһонмаған өсөн уны административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм 13 тәүлеккә административ ҡулға алыу рәүешендә яза тәғәйенләү тураһында ҡарарына ялыу биргән. «Беренсе инстанциялағы судтың 2020 йылдың 13 сентябрендәге ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы судтарының Берләшкән матбуғат хеҙмәтенән. Республиканың Юғары суды экстремистик тип таныған «Башҡорт» ойошмаһының элекке етәксеһе 12 сентябрҙә Өфөнөң Колгуев урамында ҡулға алынды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Фаил Алсынов социаль селтәрҙә милли характерҙағы кәмһетеү һүҙҙәре өсөн 10 тәүлектән һуң махсус приемниктан сығарылған Рәмилә Сәйетованы ҡаршы алырға килгән. Сәйетова һүҙҙәренсә, юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Алсыновтың ҡулына бығау кейҙереп, бүлексәгә алып киткән. Фото: социаль селтәрҙәр Юлай Мурзабаев https://zori102-b.rbsmi.ru/news/Bash-ort-oyoshma-ini-elekke-et-kse-e-buyinsa-sud-arari--g-resh-e--aldi-458142/
Читайте нас: