Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 15:22

Атаһының йортонда йәшенеп ятҡан

Йәш егеттең ғүмерен өҙөп ҡасҡан водителде ҡорбанының ауылында...

11 сентябрҙә Әлшәй районында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы булыуын, Сураҡай һәм Ҡаран ауылдары араһындағы юлда 35 йәшлек ирҙең "Skoda Rapid" автомобилендә бер егетте тапап китеүен матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Йәйәүле юл уртаһынан ҡара төҫтәге кейемдә китеп барған, тиҙәр. Машина бәрҙереү һөҙөмтәһендә 20 йәшлек егет ауыр тән йәрәхәттәре алған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул шул урында уҡ йән биргән.
Әммә водитель яралыға ярҙам итеү урынына ваҡиға урынынан ҡасып киткән. Юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре уны кисекмәҫтән эҙләй башлаған.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, 35 йәшлек ир үҙе тапап үлтергән ҡорбаны менән бер ауылда йәшәгән ата-әсәһенең йортонда йәшенеп ятҡан. Полиция килгән ваҡытта ул иҫерек булған.
Асыҡланыуынса, был ир вахтасы һәм Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәй.
Әле енәйәт эшен асыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: