Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 15:38

Йылылыҡ ҡасан бирелер?

Шартлы дата билдәләнде. Һауа торошо нисек булыр?..

Шартлы рәүештә дата билдәләнде: 21 сентябрҙән республикала йылытыу миҙгеле башланасаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында әйттеләр. Тик йылы биреүҙең фактик ваҡыты һауа торошона ҡарап хәл ителәсәк. Был торлаҡ фонды объекттарына ҡағыла. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников белдереүенсә, был ҡарар муниципалитеттарға еткерелгән.
– Социаль объекттарға килгәндә, бөгөнгә ҡарата Благовещен, Бөрйән, Шаран һәм Яңауыл райондарында 39 объектҡа йылылыҡ бирелгән. Халыҡ йылы биреү тураһындағы мөрәжәғәттәрен социаль селтәрҙәрҙә лә ҡалдыра. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына социаль объекттар өсөн йылытыу миҙгелен башлау мөмкинлеген бөгөндән ҡарай башларға тәҡдим ителә, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙа йылыны, һауа шарттары насарайған осраҡта, иртәрәк бирә башларға тәҡдим итте.
– 21 сентябрь – ул шартлы дата. Хәлде даими контролдә тотоп, күҙәтеп барырға кәрәк. Әгәр алдағы ике-дүрт көн эсендә һауа шарттары тағы ла насарлана икән, йылыны иртәрәк биреү кәрәк. Тик һауа шарттарына ҡарап эш итеү мөһим, быға иғтибар итегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханаларға йылыны, кәрәк булһа, бөгөндән бирә башларға мөмкин тиелде кәңәшмәлә.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: