Ғаиләләге тирандар, ғәҙәттә, кеше араһында үҙен һин дә мин тота, тирә-яҡтағылар менән яҡшы мөғәмәлә итә. Ә өйгә ҡайтһалар, башлана... Кәмһетеү, көлөү, туҡмау...
Тиран ир тупһанан уҡ, ниңә йылмаймайһың, тип аҡыра. Ҡатыны ул кисә йоҙроғо менән танауын һәм тешен һуғып һындырғанға йылмая алмай. Барыбер түҙә, өндәшмәй. Кемдер балаларын уйлай, икенсеһе матди ауырлыҡтарҙан ҡурҡа, өсөнсөһөнөң барыр ере юҡ. Хәйер, айырылышыуға биреп ҡара, күрмәгәнеңде күрһәтер!
...Беҙҙең ғаилә баракта йәшәне. Ҡышҡыһын төн эсендә мейес һыуына, иҙән, бүлмә мөйөштәре туңа.
Миңә алты йәштәр тирәһе. Һәр ваҡыттағыса, атай сәбәп табып әсәйгә бәйләнгәс, карауат аҫтына инеп ҡастым. Һыуыҡ, өшөнөм. Әммә иларға ярамай, сөнки бының өсөн тағы әсәйемә эләгәсәк. Ята торғас, бәҙрәфкә барғы, йылы түшәктә юрған аҫтына сумғы килде. Тауышымды ишетеп, атайым һикереп торҙо ла мине ҡабат карауат аҫтына тибеп индерҙе. Ә ауырлы әсәйемде, мине тынысландыра алмағанға, эске күлдәген муйынына урап, түбәлә торған балалар бишегенең ырғағына аҫып ҡуйҙы.
Был ҡот осҡос хәлде күреп, мин карауат аҫтынан уҡ кеүек атылып сыҡтым да йөрәк өҙгөс итеп ҡысҡырып ебәрҙем. Күршеләр, тауышымды ишетеп, ишекте емереп тигәндәй инеп, әсәйемде ҡотҡарҙы. Мин иҫемде юйып ҡолағанмын.
Әсәйем иҫән ҡалды, ләкин бәпәйен юғалтты. Мин һаңғырау-телһеҙ ҡалдым. Ә атай кеше сираттағы ун биш тәүлекте ултырҙы ла ҡайтты.
Ниһайәт, ун йыл шундай тормоштан һуң әсәйем айырылышырға хәл итте. Беҙҙе атайҙан күршеләр, туғандар, участка милиционеры ҡурсаланы, яҡланы. Ошондай бала саҡтан һуң мин һөйләшә, ишетә алһын өсөн әсәйемә әллә күпме көс һалырға тура килде. Шөкөр, юғары белемгә лә эйә булдым.
Хәҙер әсәйемә 88 йәш, минең ғаиләмдә һөйөүгә һәм хәстәрлеккә төрөнөп йәшәй. Инсульт кисергәндән һуң, беренсе төркөм инвалиды - ун йыл инде уны тәрбиәләйбеҙ.
Атайым икенсегә өйләнде. Әммә холҡон ташламаны. Биш йәшлек улын туҡмап, талағын йыртҡандан һуң, биш йыл төрмәлә ултырҙы. Шунан һуң ниндәйҙер ҡатынға барып инеп, яман шештән үлеп китте.
Мин уны иҫкә алмайым, тыуған көнөн дә, үлгән көнөн дә билдәләмәйем, ҡәбере лә күптән ташландыҡҡа әйләнгән...
(Әлфиә Ғ.-ның һөйләгәндәренән).