Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 22:05

“Улымдың үлемендә ул ғына ғәйепле...”

Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар.

Күптән түгел урам сатында һөйләшеп торғанда ике йорт аша йәшәгән күршенең ҡыҙы, кейәүе, уларҙың ике балаһы машина менән килеп туҡтаны. Уларҙы күргәс, Фәриҙә апай күрмәмешкә һалышып, әйләнеп торҙо. Тегеләр атай-әсәйҙәре йәшәгән йортҡа инеп киткәс, “Күралмайым ошо ҡыҙҙы”, - тип уҫал итеп әйтеп ҡуйҙы.
Бығаса гел яҡшы һүҙен ҡушҡан күрше ҡатындан бындай хәбәр ишеткәс, бер аҙ аптырап киттем. Баҡтиһәң, күптән түгел күсеп килгән кеше булараҡ, күршеләр араһындағы был күңелһеҙ, аяныслы тарихты белмәгәнмен икән.
...Алина менән Руслан бәләкәйҙән күршеләр булып, бергә уйнап үҫә. Тора-бара бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Һәр хәлдә бөтә эргә-тирә уларҙың киләсәген бергә тип күрә. Күрше йәшәгән атай-әсәйҙәр ҙә бер-береһен “ҡоҙа-ҡоҙағый” тип шаяртып ала. Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ – институтҡа, егет техникумға уҡырға инә.
Тиҙҙән Русланды әрме сафына алалар. Ҡыҙ менән егеттең араһын хаттар бәйләй. Тик егет әрмегә китеп, бер йыл самаһы ваҡыт үтеүгә Алина институтта уҡыған егет менән дуҫлашып китә. Русланды яратмауын, улар араһындағы хистең бары тик бала саҡтан килгән дуҫлыҡ ҡына булыуын аңлатып хат яҙа. Тик... егет был хәбәрҙе күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала.
Русланды бөтә урам менән зар илап һуңғы юлға оҙаталар. Ситтә һығылып илап баҫып торған Алинаға егеттең әсәһе лә, туғандары ла бөтә уйлағанын әйтергә теләй, тик Русландың атаһы – һалҡын ҡанлы, аҡыллы Әсләм ағай алдан уларҙы ныҡ тыйған була.
“Яратмағас, ниңә оҙатҡан? Ниңә хаттар яҙған? Яратмауын һуңлап аңлаған хәлдә лә, был хаҡта ҡайтҡас аңлашырға ла мөмкин ине бит...” – тип өҙгөләнә әсә һаман да.
Ул ваҡиғаға тиҫтә йыл үткән. Алина кейәүгә сыҡҡан, ике балаһы бар. Алыҫ ҡалала йәшәй, һирәк-һаяҡ атай-әсәйе янына ҡайтып йөрөй.
“Аҡылым менән аңлайым: ул да былай булырын, Русландың үлемен теләмәгәндер. Әммә уны күрһәм, йөрәгем урынына ҡуҙғала. Кисерә алмайым... Аҡыл менән аңлаһам да, күңел һаман әрней...” – тине Фәриҙә апай күҙенә йәш алып.
Күршеләрҙең үҙ-ара аралашмауының, хатта бер-береһенә һаулыҡ та ҡушмауының сәбәбе бына ниндәй аяныслы ваҡиғаға барып тоташа икән... Эй, тормош...
Фото:Т.Роза
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: