Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 10:54

Республикаға өсөнсө балаға пособие түләү өсөн өҫтәмә бюджет траншы бүленә

2020 йылда Башҡортостанға өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә пособие түләү өсөн өҫтәмә бюджет траншы бирелә.

11 сентябрҙә Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин түләү өсөн йәнә 1,73 миллиард һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта йәкшәмбе хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Өсөнсө бала тыуғанда айлыҡ түләүҙәргә тағы 1,73 миллиард һум йүнәлтелә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Аҡса һигеҙ төбәк араһында бүленә. Улар иҫәбендә – Башҡортостан, Төньяҡ Осетия – Алания, Удмурт, Сыуаш республикалары, Иркустк, Ленинград һәм Сахалин өлкәләре, шулай уҡ Чукотка автономиялы округы», — тиелә хәбәрҙә.
Билдәләнеүенсә, беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса алыусылар һаны тураһында мәғлүмәттәр яңыртылыуға бәйле өҫтәмә финанслау талап ителде. 2020 йылда ошо маҡсатҡа бөтәһе 47,58 миллиард һум резервта ҡалдырылды. Шуларҙың 1,94 миллиард һумы Башҡортостанға бүленә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил буйынса ошондай пособиеның уртаса дәүмәле – 10,4 мең һум самаһы. Ул ай һайын, балаға өс йәш тулғансы түләнә һәм өсөнсөгә генә түгел, артабанғы балаларға ла ҡағыла. Рәсәйҙә бындай түләү социаль ярҙамға мохтаж 517 ғаиләгә тәғәйенләнә.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в