Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 11:19

Мазов булдымы был әҙәм, юҡмы?

Артемдың туғаны Светлана әйтеүенсә...

Мазовтар ғаиләһе фажиғәһе... Был ваҡиға Башҡортостанды бөтә илгә танытты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире яҡтан.
Артем Мазовты, ҡатынына үс итеп, ике балаһын үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Ҡайһы бер фараздар буйынса, ул үҙе лә балалары менән бергә һәләк булған. Тик кәүҙәһе табылмағас, әлеге ваҡытта уны эҙләү һаман дауам итә. Хоҡуҡ һаҡсылары ла, ирекмәндәр ҙә был эште ҡалдырмай.
Асыҡланыуынса, ябай кешеләр ҙә был ғаиләнең яҙмышына битараф түгел. Кисә Артем Мазовҡа оҡшаған кешене әллә ҡайҙағы Дондағы Ростов ҡалаһында күреп ҡалыуҙары тураһында билдәле булғайны. Автовокзалға барам тигән ҡатын такси саҡыртҡан һәм руль артында Артемға оҡшаған ирҙе күреп ҡалған. Уның ярһыу булыуы, алан-йолан ҡараныуы шикләндергән. Ҡатын уны күреүе тураһында хәбәр иткән. Һәм бына бөгөн был кешенең Артеммы, түгелме икәнлеген асыҡларға тырышҡандар.
Артемдың туғаны Светлана менән "Уфа1" баҫмаһы хәбәрселәре бәйләнешкә сыҡҡан һәм фотоны күрһәткән.
- Юҡ, был Артем түгел, - тигән ул.
Интернетта был фото баҫылғас, күптәр үҙ фараздарын әйткәйне. Кешеләрҙең бер өлөшө, ысынлап та, таксистың Артемға оҡшағанын билдәләһә, күпселеге шунда уҡ ул түгел тигән фараз әйтте. Нисек кенә булмаһын, ирҙе эҙләү дауам итә.
Фото: Уфа1.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: