Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 11:43

Эш хаҡы өсөн ниндәй күрһәткес мөһим?

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) нимәгә йоғонто яһай? Эш хаҡы ошо кимәлдән кәм була аламы?

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) нимәгә йоғонто яһай? Эш хаҡы ошо кимәлдән кәм була аламы?
Зәлиә.

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме – ул эш хаҡын билдәләү өсөн мөһим күрһәткес. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһына ярашлы, айырым хеҙмәт осоронда һәм хеҙмәт нормаларын үтәгән хеҙмәткәрҙең айлыҡ эш хаҡы хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән кәм булырға тейеш түгел. Тулы булмаған хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә йәки тағы параллель рәүештә ҡайҙалыр эшләгән осраҡта ғына хеҙмәткә түләү минималь күләмдән кәм булырға мөмкин.

Әйткәндәй, быйыл Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 7,5 процентҡа арттырылды, һәм ул айына 12 мең 130 һум тәшкил итә.

Фото: Башинформ
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: