Йәш йырсы Элвин Грей билдәле йондоҙ – Хәмдүнә Тимерғәлиеваның донъя ҡуйыуы уңайынан уның тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Радиктың һүҙҙәре буйынса, “Хәмдүнә һәр ваҡыт беҙҙең эстраданың намыҫы һәм выжданы булды”.
Артист, социаль селтәрҙәге яҙмаһына ҡарағанда, яҡташының донъя ҡуйыуын ауыр кисерә. “Уның хаҡында хәтирә – уның яҡшылығы һәм таланты кеүек сикһеҙ буласаҡ. Хәмдүнә Тимерғәлиеваның таяныс-терәген ғүмер буйы онотмаясаҡмын”, ти ул.