Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 18:01

Биш ирҙең башына еткән...

23 йәшлек ҡыҙҙың ҡорбандары – 30-ҙан 32 йәшкәсә йәш ирҙәр.

Өфөлә биш ирҙең башына еткән ҡыҙҙы тотҡандар. 23 йәшлек уғры осраҡлы ҡорбандарының телефондарын, аҡсаларын ғына алып ҡалмаған, хатта телевизор менән моторлы кәмә лә сәлдергән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Ҡорбандар – 30-ҙан 32 йәшкәсә йәш ирҙәр. Өсөһө ошо ҡыҙ менән бергәләп алкоголле кәйеф-сафа ҡорғандан һуң мөлкәтенән яҙған: улар телефонһыҙ ҡалған, береһенең 90 мең һум аҡсаһы юғалған.
Сос ҡыҙ дүртенсе ирҙең моторлы кәмәһен ҡыуып алып киткән, ә бишенсеһе уның менән аралашҡандан һуң телевизорһыҙ ҡалған.
Был етеҙ йәш уғрыны полицияға алып килгәндәр, ҡыҙ ғәйебен таныған. Йортонда иһә полиция хеҙмәткәрҙәре юғалған әйберҙәрҙең бер өлөшөн тапҡан.
Фото: img.sputnik.az
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: