Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 16:34

Башҡортостанда 287 мең кеше гриптан прививка эшләткән

Башҡортостанда 287 меңгә яҡын кеше грипҡа ҡаршы прививка эшләткән, тип белдерҙе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Министр әйтеүенсә, быйыл республикала бөтәһе 2 миллион кешегә прививка яһау планлаштырыла. 516 мең миҡдарҙағы вакцинаның беренсе партияһын 25 сентябргә тамамлау көтөлә.
«Вакцинаны икенсе тапҡыр килтереүҙәрен көтәбеҙ», — тип өҫтәне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе.
Прививка балаларға 6 айҙан башлап, уҡыусыларға, студенттарға, өлкәндәргә, шул иҫәптән медиктарға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән ололарға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға яһалырға тейеш.
Вакцинация гриптан иң яҡшы һаҡланыу сараһы булып иҫәпләнә. Ләкин иҫкәртеү һәм шәхси гигиена сараларын да үтәргә кәрәк. Ошондай ябай иҫкәртеү саралары иҫәбендә – А, В, С һәм Д витаминдарын ҡабул итеү, елләтеү, бина эсен еүеш сепрәк менән һөртөп тороу, дөрөҫ туҡланыу һәм йоҡлау режимы, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеү.
фото Башинформ
Галина Бахшиева
Читайте нас: