Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 18:51

Башҡортостан рекреация кластерҙары булдырыу конкурсының икенсе этабына сыҡты

Башҡортостан проекттары Бөтә Рәсәй турист-рекреация кластерҙары булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү конкурсының икенсе этабына сыҡты.

«Беҙ «Мәғрүр Ирәмәл» («Ирәмәл» һәм «Белорет» тәбиғәт паркы) һәм «Башҡортостан йөрәге» («Башҡортостан» милли паркы, Еҙем, «Торатау» геопаркы) кластерҙарын тәҡдим итәбеҙ», — тип хәбәр итте йәмәғәт эшмәкәре, туризм буйынса эксперт Рина Гринберг.
Уның һүҙҙәренсә, был конкурста еңеү республиканың төп инфраструктура ҡарарҙарына федераль аҡса алыуҙан тыш, проекттың биләмәләр менән идара итеү системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тотоуы менән дә мөһим.
Башҡортостан Рәсәй буйынса 10 пилот проектына инерме-юҡмы икәне 16 октябрҙән һуң билдәле була.
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: