Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 15:00

Башҡорт Робинзоны (булған хәл)

Ҡояш көндән-көн юғарыраҡ күтәрелеп, үҙенең сағыу нурҙарын йомартыраҡ һипкән һайын, мин эшләгән ойошмала йәмле йәй айҙары, түҙемһеҙлек менән көтөп алынған отпускалар тураһында һүҙ ҡуйыра башлай. Бигерәк тә уны ҡайҙа һәм нисек үткәреү тураһында, әлбиттә. Берәүҙәре Ҡырымды, Ҡара диңгеҙ ярҙарын үлтереп маҡтай, икенселәренә Балтика буйы бик тә оҡшаған. Ә өсөнсөләренә туристик путевка менән сит илдәрҙә йөрөп, донъя гиҙеп ҡайтыуҙан да һәйбәте юҡ. Ә миңә килгәндә инде

– тыуған Башҡортостанымдан да йәмле, ҡәҙерлерәк ер бармы һуң ул донъяла!
Эйе, бигерәк тә гүзәл шул Көньяҡ Урал тәбиғәте! Бормаланып-уралып аҡҡан көмөш һыулы йылғалары , күккә ашҡан мәғрүр ҡая-тауҙары, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡалын урмандары – барыһы бер бөтөн булып, әйтеп биргеһеҙ сихри бер донъя хасил итә. Зәңгәр күлдәрендә һикерешеп уйнаған көмөш балыҡтар, урмандағы кейек-ҡоштар, болон-туғайҙарҙа үҫкән гөл-сәскәләр…Таш ҡаяларҙа оя ҡорған ғорур бөркөтө генә лә үҙе ни тора! Маҡтап та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел уларҙы.
Мин үҙ ғүмеремдә республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә булып, уны арҡыры ла, буй ҙа үтеп сыҡтым, тиһәм дә хата булмаҫтыр, моғайын. Ялым йәйгә тура килһә йәйәүләп, ҡышын инде саңғы тағып күпме ерҙәр уҙҙым, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙҙырҙым, ҡая-тауҙарҙы артылдым.Кәмәлә, йә булмаһа кәшмәк бәйләп йылғаларҙа аҡтым, балыҡ тоттом, еләк-емеш йыйҙым, кейек ауланым…Иң мөһиме күпме көс, күпме дәрт йыйып ҡайта инем мин был сәйәхәттәремдән!
Был турала иптәштәремә һөйләп, уларҙы ла үҙем менән йөрөп ҡайтырға саҡырһам да, бығаса бер кем дә риза булғаны юҡ ине әле. Ҡайһы берәүҙәре минең тәҡдимемә көлөп кенә ҡаранылар, ҡайһылары ҡатындарына япһарҙылар, йә булмаһа башҡа сәбәп таптылар.
Ә быйыл минең менән бер бүлмәлә, күрше өҫтәл артында ултырып эшләгән Хәйҙәр риза булды ла ҡуйҙы. “Бер отпуска ҡайҙан килеп, ҡайҙа китмәгән,әйҙә, йөрөтөп, күрһәтеп алып ҡайт шул маҡтаған ерҙәреңде!”- йәнәһе.
Ялыбыҙ килеп етеүгә маршрутыбыҙҙы билгеләп (был юлы беҙ Башҡортостандың иң матур йылғаларының береһе Нөгөштө, Нөгөш буйҙарын һайланыҡ), кәрәк-яраҡтарыбыҙҙы йыйнаштырып, дүртәүләшеп юлға ла сыҡтыҡ. Дүртәүләшеп тигәс тә-Хәйҙәрҙең дә, минең дә бер тиҫтер ун өсәр йәшлек малайҙар бар, ҡатындарыбыҙ уларҙы ла беҙгә тағып ебәрҙе.
Иҫән-имен генә билгеләнгән ергә килеп еттек һәм ике аҙналай ваҡытҡа мауыҡтырғыс та, серле лә булып тойолған тәбиғәт ҡосағына – ысын әкиәт донъяһына сумдыҡ. Башта Нөгөштөң үрге ағымынан кәшмәк бәйләп төштөк. Ярҙары мөһабәт таш ҡаяларҙан, йә булмаһа йөҙйәшәр имән, һомғол ҡарағайҙар үҫкән һөҙәк тауҙарҙан торған йылға буйлап, уның гүзәллегенә һоҡлана-һоҡлана аҡтыҡ. Түбәнгәрәк еткәс, йәйәүләп кейек һуҡмаҡтары буйлап атланыҡ. Юлда осраған ауылдарға һуғылып, ундағы был яҡ урман башҡорттарына хас булған ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышып, тәндәргә сихәт таратҡан ҡымыҙ, йүкә балы менән һыйланып, тауҙарҙағы күп һанлы, ниндәйҙер серҙәр һаҡлағандай тойолған мәмерйәләрҙе ҡарап йөрөп, ваҡыттың нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, тип әйтерлек.
Эйе, бында күргән-белгәндәрҙе һөйләп кенә бөтөрөп булмай, әлбиттә. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ, тиҙәр бит. Ләкин сәйәхәтебеҙҙең аҙағында булып уҙған сәйер бер осрашыу тураһында яҙып китмәй булмайҙыр, моғайын.
Беленер-беленмәҫ кенә булған урман һуҡмағы буйлап аҡрын ғына атлайбыҙ. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырыуға ҡарамаҫтан урманда сағыштырмаса һиләҫ. Ара-тирә ишетелгән ҡош тауыштарын иҫәпкә алмағанда тирә-яҡ тынлыҡҡа сумған. Беҙҙең таҙарып, ҡояшҡа ҡара янып киткән малайҙар фотопленкалары бөткәнгәме, әллә сәйәхәт тамамланыуға бошонопмо – шым ғына атлайҙар. Тик Хәйҙәр генә бер туҡтауһыҙ ләпелдәүен белә. Ике һүҙенең береһендә:
-Вәт әй, ошоңарсы йәшәп, ошо тиклем матурлыҡты, гүзәллекте күрмәй йөрө инде! Беҙ уны башҡа яҡтарҙан эҙләгән булабыҙ, ә ысын ожмах үҙебеҙҙә – аяҡ аҫтында икән ул! – тип ҡабатлай.
Бигерәк тә уны илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән күп һанлы туристар төркөмдәре менән осрашыуҙар аптыратты:
-Ҡайҙан белеп ҡалғандар ҙа, ҡасан килеп етә һалғандар. Ә беҙ, ахмаҡтар, шул ерҙә йәшәп тә, шуны ла күрмәй донъянан китербеҙ әй!
Мин уға үткән йыл ҡыш аттарҙа “Ар ташында” нисек сәйәхәт итеүем тураһында һөйләй генә башлаған инем, һуҡмағыбыҙ ҡырҡа ғына уңға боролоп, беҙҙе ҙур ҙа булмаған аҡланға килтереп сығарҙы.
Аҡлан-аҡлан инде ул, улар юлыбыҙҙа күп осраны. Ләкин бынһында беҙ ҡапыл стенаға терәлгәндәй туҡтап ҡалдыҡ. Туҡтамаҫтай ҙа түгел шул, бындағы күренеш Пушкин әкиәттәрендә һүрәтләнгәндән дә һис кәм түгел ине. Аҡланды уртаға бүлеп, төбөндә сылтырап аҡҡан шишмәһе булған тәрән генә йырғанаҡ үткән. Йырғанаҡтың бирге башында, беҙҙән ун-унбиш аҙымдай ерҙә, үҙенең мөһабәт ботаҡтарын йәйеп йөҙйәшәр имән үҫә. Ә уның төбөндә ҡайын кәртәләр менән уратып алынған ике ҡәбер. Был ҡәберҙәр, береһе икенсеһенән кесерәк булып, кемдеңдер изге ҡулдары менән тәрбиәләнеп, тәртипкә килтерелгәндәр. Өҫтәрендә йәш ҡарағай үҫентеләре менән бер рәттән, бөхтә итеп ултыртылған урман сәскәләре үҫә.
Йырғанаҡтың арғы башында бер утар күренә. Утар ғына түгел, баштары осланып, бер –береһенә йәнәш ултыртылған йыуан ғына ҡаҙыҡтарҙан торған ҡойма менән уратып алынған ысын урман крепосы.
Беҙ был сәйер ҙә, шомло ла булып тойолған күренешкә тауыш-тынһыҙ оҙаҡ ҡына ҡарап торҙоҡ. Ләкин ҡыҙыҡһыныу тойоғоһо көслөрәк ине. Яй ғына атлап ҡапҡаға ҡарай юл тоттоҡ. Уға барып етергә ике-өс аҙым ҡалдымы-юҡмы, ҡапыл ишетелгән әллә ниндәй яман тауыш беҙҙе туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. Беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер-беребеҙгә тотоношоп алдыҡ. Был тауыштың хужаһы оло ғына бер ҡара бесәй булып сыҡты. Ул ҡапҡа башына менеп атланған да, беҙгә зәһәр, утлы күҙҙәрен төбәп, туҡтауһыҙ ҡысҡырыуын белә. Бер сама менән бер-беребеҙгә ҡарашып тын торғас, тағы ла арта төшкән ҡыҙыҡһыныу менән имән кәртәләрҙән ярып эшләнгән ҡапҡаны асып, эскә ярайһы уҡ һил генә булған ихатаға үттек. Шул саҡ ҡойма буйҙарынан, һарай, аласыҡ кеүек ҡаралтыларҙан бер-бер артлы эреле-ваҡлы, төрлө төҫтәге бер көтөү бесәй йүгерешеп сыҡтылар ҙа, бейек тә булмаған өй күтәрмәһенә һикерешеп менеп, теҙелешеп баҫтылар һәм арҡа йөндәрен ҡабартып, уҫал ыҫылдашып, беҙгә текләштеләр. Хәйҙәрҙең еңдән тартып ымлауына боролоп ҡараһам – артыбыҙҙа, беҙгә осло мөгөҙҙәрен һоноп, ун бишкә яҡын кәзә баҫып тора ине.
Бер мәлде аҡрын ғына шығырҙап солан ишеге асылды һәм тупһала, баштараҡ ниндәй енестән икәнен дә әйтеп бирә алмаҫлыҡ булған, бер әҙәм заты пәйҙә булды. Ул өҫтөнә балитәкле күлдәк, ҡайыш менән быуылған һырыған фуфайка кейгән, яланғас аяҡтарына осло башлы үзбәк галушы эләктереп, башына, яурынына тиклем төшөрөп ябынған яулығы тышынан һыңар ҡолаҡсыны һалынып торған бүрек һалған һәм бер ҡулына ҡуш көбәкле мылтыҡ тотҡан алтмыш йәштәрҙәге ҡатын кеше ине, буғай.
Мин башта аптырабыраҡ ни әйтергә лә белмәй торҙом да, бер аҙҙан тотлоға-тотлоға:
-А-а-пай.., һеҙҙә һыу ғына эсеп китергә буламы?..-тип һораным.
Апайың беҙгә ниндәйҙер буш, тоноҡ күҙҙәре менән ҡарап торҙо ла, яй ғына атлап кире соланға инеп китте. Оҙаҡ та үтмәне, ул шул яй ғына хәрәкәттәре менән ҡулына сәйнүк һәм ағас туҫтаҡ тотоп сыҡты ла, беҙҙең янға килеп туҡтаны. Туҫтаҡҡа сәйнүктән аҡһыл шыйыҡса (кәзә ҡымыҙы булһа кәрәк) ҡойоп, беҙгә һондо һәм бер ни аңлатмаған мәғәнәһеҙ күҙҙәре менән беҙҙе күҙәтеп тора башланы. Шул саҡ уға ҡапыл ғына ниҙер булды – алға талпына биреберәк ҡуйҙы ла, буш ҡулын алға һуҙып Хәйҙәрҙең улы Айҙарҙың башын һыйпарға теләгәндәй хәрәкәт яһаны. Бураҙналар ярып йөҙөн ҡаплаған йыйырсыҡтары яҙылып, ҡарашында ниндәйҙер осҡондар ҡабынып киткәндәй булды. Һәм шул йылылыҡ бөркөлгән яғымлы ҡарашын беҙ ҡымыҙ эсеп туйғансы Айҙарҙан алманы ла тиерлек.
Һыуһындарыбыҙҙы ҡандырғас беҙ уға рәхмәт әйттек. Апай сәйер бер тауыш менән: “Ы-һы”, -тигән өн генә сығарҙы. Был ваҡытта уның күҙҙәре тағы ла һүнеп, тоноҡланып ҡалған ине инде.
Беҙ һаубуллаштыҡ та, юлыбыҙҙа дауам иттек. Аҡланды сығып урманға керер алдынан артҡа боролоп ҡараһаҡ, апайыбыҙ, кәзә-бесәйҙәре ҡамауында, һаман да ҡапҡа төбөндә баҫып тора ине әле.
Был хикмәтле осрашыуҙан һуң бер-ике сәғәт атланыҡмы-юҡмы, ҡапыл ғына урман бөтөп, беҙ маршрутыбыҙҙың һуңғы нөктәһе – Нөгөш һыуһаҡлағысына килеп сыҡтыҡ. Алдыбыҙҙа, байып барған ҡояш нурҙарында ялтырап, ысын диңгеҙ -–кеше аҡылы, кеше ҡулдары менән төҙөлгән мөһабәт Нөгөш диңгеҙе йәйрәп ята ине. Уның бирьяҡ яры буйлап, урман ҡосағына инә биреп, ял йорттары, балалар лагерҙары, санаторийҙарҙың ҡупшы биналары теҙелгән. Арғы яғында һыуға терәлеп тиерлек ултырған Нөгөш ҡасабаһының йорттары ағарып күренә. Тап беҙҙең ҡаршыла, теге яҡ битләүҙә лә ҙур ғына бер ауыл урынлашҡан. Ә үргә табан, ике яҡ яр буйлап та, урман менән ҡапланған тау теҙмәләре һуҙылған.
Был гүзәл күренешкә беҙ оҙаҡ ҡына һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Ләкин беҙгә, ҡараңғы төшкөләгәнсе нисек тә арғы яҡҡа сығып, ҡасабаға эләгеү кәрәк ине. Шул ваҡыт беҙ алдыбыҙҙағы битләүҙә бер көтөү мал йөрөгәненә иғтибар иттек. Арырыҡ, шыйыҡ ҡына төтөн сығарып янған усаҡ янында, бер ҙур ғына ҡыуыш та күренә. Шунда ҡарай юл тоттоҡ.
Ҡыуыш эргәһендә беҙҙе оло ғына йәштәрҙәге бер ағай ҡаршы алды. Яҡын уҡ килеп сәләм биргәс, ул һәр беребеҙ менән ике ҡуллап күрешеп сыҡты ла:
-Мин һеҙҙе туристар тип торһам, үҙебеҙҙең башҡорттар икәнһегеҙ ҙә, - тип ҡуйҙы.
Мин унан:
-Ниңә, ағай, башҡорттарҙың турисы булмаймы ни?- тип һорауыма ул:
-Әлләсе, бынан улар күп үтә. Ләкин ҡайһыһынан ғына һорама- Мәскәүҙән дә, Ленинградтан, йә булмаһа Рига менән Киевтан, тип ебәрәләр. Ошоғаса үҙебеҙҙең башҡорт турисын күргәнем юҡ ине әле, -тип көлөмһөрәп яуап бирҙе.
Беҙ Таштимер ағайҙан (ул үҙен шулай тип таныштырҙы) арғы яҡҡа нисек сығырға икәнен һораштыҡ.
Ул тырпайып торған ҡара мыйыҡтарын һыпырып алды ла:
-Белмәйем инде, туғандар, нисек кенә сығырһығыҙ икән. Һуңғараҡ ҡалғанһығыҙ шул – поселокка барыусы аҙаҡҡы катерҙың китеүенә лә байтаҡ булды инде…Бында балыҡсылар бар –барлығын, кәмәләре менән сығарғылап ташлай торғайнылар ҙа ул. Ләкин ҡыйбат һорайҙар,суҡынғандар,-тине. Һәм бер аҙ уйланып торғас, хәҙер унда сығып та файҙаһы булмаҫ – Мәләүезгә китә торған һуңғы автобусҡа өлгөрмәйһегеҙ, -тип өҫтәне.Шунан ул беҙҙең ни эшләргә белмәй аптырашып тороуыбыҙҙы күрҙе лә:
-Бында ғына ҡунып китегеҙ. Ҡыуыш иркен-һыйырбыҙ, бына ҡустылар ҙа арығындарҙыр - рәхәтләнеп ял итерҙәр, -тип ул малайҙарға ымланы.
Ул арала ҡуйыра башлаған ҡараңғылыҡ, унан да бигерәк баяғы осрашыу хаҡында һорашып белеү теләге беҙҙе Таштимер ағайҙың тәҡдименә ризалашырға мәжбүр итте.
Кәрәк-яраҡтарыбыҙ һалынған рюкзактарыбыҙҙы ҡыуыш эргәһенә өйөп һалдыҡ та, һыу буйына йыуынырға төшөп киттек. Беҙ кире менгәндә Таштимер ағай ҡыуыш алдына йәйелгән кейеҙ өҫтөндә табын әҙерләп маташа ине.
-Ғәйнисламды әйтәм, минең напарник, бигерәк оҙаҡланы. Бер башмағыбыҙ ҡасып этләтә, ҡәһәрең. Шуны эҙләп киткән ине, -тип һөйләнде ағай, киндер ашъяулыҡ өҫтөнә ҡорот, май һымаҡ аҙыҡтар һалынған һауыттарҙы теҙә-теҙә.
Беҙ ҙә, рюкзактарыбыҙҙы сисеп, үҙебеҙҙең аҙыҡ запастарын сығара башлаған инек, Таштимер ағай:
-Ҡуйығыҙ, ҡуй, юҡ замандай итеп ни, кеше рәнйетеп. Әле юл кешеһе, үҙегеҙгә лә кәрәге тейер, -тип беҙҙе туҡтатты. Һәм усаҡ өҫтөндәге төтөн ҡатыш тәмле боҫ таратыпторған биҙрәнән бер ҡоштабаҡ ит һоҫоп алды ла, беҙҙе табын янына саҡырҙы.
Ҡунаҡсыл да, һүҙгә лә әүәҫ кенә ағайыбыҙҙың һыйы тамамланып та өлгөрмәне, уның иптәше лә ҡайтып етте. Мыйығы ла сығып өлгөрмәгән был йәш егет беҙҙең менән иҫәнләшеп сыҡты ла, Таштимер ағайға ҡарап:
-Саҡ таптым, “Чапай”ҙарға барып ҡушылған, -тип ҡуйҙы.
-Тапҡас ярай, мин айыу-маҙарға юлыҡмаған микән, тип ҡурҡҡан инем…Бар, йыуынып кил дә, ашарға ултыр.
Беҙ тамаҡтарыбыҙҙы туйҙырғансы ҡараңғы ла ныҡ уҡ төшөп өлгөрҙө. Бында төндәр бигерәк тә сихри икән. Һыуһаҡлағыс тирәләй урынлашҡан ҡасаба, ауыл, ял йорто биналарының күп һанлы уттары һыу өҫтөндә сағылып, төрлө төҫкә инеп емелдәшәләр. Әйтерһең дә, күктә лә йондоҙ, ерҙә лә йондоҙ, һыуҙа ла йондоҙ! Ә беҙҙең осҡондар сәсрәтеп янған усаҡ шуларҙың иң ҙурыһы һәм дә беҙ баҫып торған ер ошо күҙ алдындағы ғәләмдең тап үҙәге.
Таштимер ағай тороп, һыулы сәйнүкте усаҡ өҫтөндәге тағанға элеп ҡуйҙы ла, ҡабат беҙҙең янға килеп ултырҙы. Беҙ яйы сығыуға ҡыуанып, көндөҙгө осрашыу хаҡында уға ҡыҫҡаса ғына һөйләнек тә, уның тураһында һораша башланыҡ.
-Ә-ә-ә, беҙҙең “Робинзонды” әйтәһегеҙме?!- Ағай йылмайып ҡуйҙы һәм кеҫәһенән янсыҡ сығарып тәмәке урай башланы. –Бик яҡшы беләбеҙ уны. Был тирәлә уны белмәгән кеше лә юҡтыр. Үҙе берәү генә бит ул! Тыңларға йыбанмаһағыҙ ни, хәҙер һөйләйем уның история-тарихын.
Ул бармаҡ йыуанлығы итеп уралған тәмәкеһен ләззәтләнеп өс-дүрт тапҡыр һурҙы ла, кейеҙгә ҡырын төшөп ятып һүҙен дауам итеп алып китте:
-Хәҙер урыны һыу аҫтында ҡалды инде – ана шул утарҙан дүрт саҡрымдай арыраҡ, бер алтмышлап йортло Сауҡа тигән ауыл бар ине элгәре. Мин дә, “Робинзон” тигәнебеҙ Гөлъямал да шул ауылда тыуып-үҫтек инде. Хатта уның менән күршеләр ҙә инек әле. Ул минән ике йәш самаһы өлкәнерәк булһа ла, ауыл балалары ни, бәләкәйҙән бергә уйнап, бергә йөрөй торған инек.
Былай, бала сағында, күңелсәгерәк кенә ҡыҙыҡай ине ул. Шулай ҙа, Хоҙай әллә ни төҫ бирмәһә лә, көс-ҡиәфәтте йәлләмәгән ине үҙенән. Эре һөйәкле тип әйтәләрме әле ундайҙар тураһында?! Тәүҙә, бәләкәй сағында, әллә ни ел-ямғыр теймәһә лә, нужаны бик йәшләй татый башланыул. Гөлъямалға ун дүрт йәш самаһы булғандыр, атаһы Хисаметдин ағайҙы ағас баҫып үлтерҙе. Шул ҡайғынандыр инде – сирләшкә генә әсәһе лә аяҡтан йығылды. Башҡа балалары юҡ ине. Бөтә донъяның йөгө был быуыны ла нығып етмәгән үҫмер ҡыҙ өҫтөндә торҙо ла ҡалды. Шулай ҙа бирешеп ҡалманы ул.Кеше һымаҡ утынын да ҡырҡты, бесәнен дә сапты. Йәйен ҡатын-ҡыҙ рәтендә сайыр йыйып, еләк-емеш әҙерләһә, ҡышын ир-ат ыңғайына һунарға йөрөнө, мал ҡараны, ағас ауҙарҙы.Етмәһә, ауырыу әсәһен дә тәрбиәләне. Беҙ танауҙарға еҫ керә башлағас, аулаҡ өйҙәргә йөрөп күңел аса, уйнаштырғылай торған инек. Ул бахырҡайға был да тәтемәне. Ай-һай, ул замандарҙа яңғыҙ кешегә донъя көтөүе бигерәк тә ауыр ине шул. Шулай йылдар үтә торҙо. Гөлъямалдың тиҫтерҙәре аҡрынлап башлы-күҙле булып бөттөләр. Уны ла һоратыусы булманы түгел, булды, ләкин түшәктә ятҡан әсәһен ташлап ҡайҙа китә инде. Дөрөҫ, һуғыш бөткән йылды уны ерләне ул. Ләкин был ваҡытта, халыҡ әйтмешләй, ултырған ҡыҙға әйләнгәйне инде. Етмәһә, ул осор ир-аттың да ҡытлыҡ сағы.
Шулай итеп инде бер яңғыҙы күпме донъя көтөр ине икән – уға ла бер саҡ һаран ғына булһа ла бәхет ҡояшы йылмайҙы. Ана шул утарҙағы йорт элек лесничәйҙәрҙеке ине. Ҡырҡ етенсе йылда булһа кәрәк, шунда урман ҡарауылсыһы итеп Ғәйзулла тигән бер әҙәмде килтерҙеләр. Күрер күҙгә сибек, сырхау ғына ине ул. Йәшкә лә арыу – бер ҡырҡтарҙа булғандыр. Ҡасан күрешеп, ҡасан һөйләшеп-килешеп өлгөргәндәрҙер – бер заман Гөлъямалыбыҙ йорт-ҡураһын бикләп, барлы-юҡлы әйбере менән мал-тыуарын тейәне лә, шуның янына күсенде лә китте.
Былай арыу ғына донъя көтөп алып киттеләр, буғай. Аҡрынлап йорт-ҡураларын нығыттылар, мал-тыуарҙары ла ишәйҙе. Етмәһә, апайыбыҙ иренә бына тигән бер малай табып бирҙе, үҙе һөйкөмлөләнеп, йәшәреп китте. Шулай һуңлап булһа ла үҙ бәхетен тапҡан кеүек ине лә бит Гөлъямал, бер килмәһә килмәй бит ул – ике йылдан ирен дә ерләне. Үпкә ауырыулы булған икән Ғәйзуллаһы. Хәҙер инде бар ҡыуанысы ла, йыуанысы ла булып улы ҡала. Гөлъямал бөтә күңелен, бөтә йөрәк йылыһын балаһына бағышлай. Дөрөҫөн генә әйткәндә күҙ нурындай һаҡлап ҡына үҫтерҙе ул уны. Әле лә хәтеремдә, Рифе мәктәп йәшенә еткәс, көн дә ат менән генә килтереп ҡуя, дәресе бөткәнен көтөп, алып ҡайтып китә ине. Бесән сапҡандамы, урман ҡырҡҡандамы, тигәндәй, йә булмаһа үҙе башҡарған урман ҡарауылсыһы йомоштарын атҡарғанда ла үҙ янынан ҡырға ебәрмәне. Һәр саҡ бергә булдылар.
Былай Риф тә сос ҡына малай күренә ине. Ҡулынан килгәнсә әсәһенә ярҙамлашып барҙы. Уҡырға ла, эшкә лә һәләтле генә ине. Үҫә төшкәс бигерәк тә һунарға әүәҫләнеп китте. Атаһынан ҡалған ҡуш көбәкте аҫып ала ла, саңғы тағып тирә-яҡ урмандарҙы ҡыҙҙыра. Һәүетемсә генә йәнлек-ҡош эләктерә ине буғай.
Таштимер ағай ҡапыл ниҙер иҫенә төшөргәндәй туҡтап ҡалды һәм һүнгән тәмәкеһен яңынан ҡабыҙҙы ла, ҡаршыһында ултырған Айҙарға күрһәтеп:
-Бынау егеткә ҡарап-ҡарап ҡуям да , һуйған да ҡаплаған Риф инде, кеше шул ҡәҙәре оҡшаһа ла, оҡшар икән, -тип ҡуйҙы һәм тағы ла бер аҙ өндәшмәй торғас, һүҙен дауам итеп алып китте.
-Бына шул һунар башына етте лә инде малайҙың. Ҡыштың бер көнөндә Риф һунарҙан әйләнеп ҡайтмай. Ни уйларға ла белмәй аптыраған Гөлъямал апай көн-төн , ашамай-нитмәй тау-урман аҡтарып улын эҙләй. Өсөнсө көнөнә генә ул уның ҡанға батып ятҡан кәүҙәһен Мырҙаҡ тауы итәгенән барып таба. Абайламай ҡалдымы икән, мылтығы отказ биргәнме – айыу тырнағына эләгеп, айыу ботарлап ташлаған була Рифте. Нисек алып ҡайтып, нисек тәрбиәләп күмгәндер улын, был ҡара ҡайғыны нисек күтәргәндер – бер Хоҙай ғына белә. Бынан һуң уның бер төн эсендә сәстәре ағарып, үҙе лә күҙгә күренеп ҡартайып ҡалды, кеше менән һөйләшмәҫ булып китте.Беҙ уны бер төрлөгә әйләнмәнеме икән тип тә ҡурҡҡан инек әле, баштараҡ. Ай-һай, әҙәм башына төшһә лә төшә икән әй!
Таштимер ағай һүҙенән туҡтап, урынынан торҙо. Ауыр ғына көрһөнөп, мыйығын һыпырғылап бер аҙ торҙо ла, усаҡ янында сәйнүк менән булашҡан Ғәйнисламға ҡарап:
-Ҡана, ҡайнаһа килтер! Һүҙгә мауығып, ҡунаҡтарҙы сәй менән һыйларға ла онотоп барабыҙ түгелме һуң,-тине лә, үҙе йәһәт атлап ҡыуыш эсенә инеп китте һәм унан ағас күнәк тотоп килеп сыҡты.
Көрөшкәләргә хуш еҫ аңҡытып торған мәтрүш сәйе ҡойоп:
-Бөгөнсәләй солоҡтарымды барлап сыҡҡан инем. Быйылға арыу ғына йыймаҡсылар, мәхлүктәр. Тик береһен айыу туҙҙырған, -тип беҙҙе телеңде йоторлоҡ тәмле кәрәҙле бал менән һыйлай башланы.
Шым ғына бер-ике көрөшкә сәй һемергәс, Таштимер ағай әңгәмәһен дауам итте:
-Айыу тигәс иҫкә төштө – Гөлъямалға ла килгән ул. Түлке, хәҙергесә әйтһәк, дуҫлыҡ визиты менән.
Бер көн шулай, бесәйҙәренең тамаҡ ярып аҡырыуҙарына ишек алдына сыҡһа, ихата уртаһында йәше лә тулмаған балаһын эйәрткән инә айыу баҫып тора. Гөлъямал өйөнә кире инә һалып, ҡушкөбәген алып сыға һәм айыуға тоҫҡай. Инде аттым ғына тигәндә арттараҡ баҫып торған айыу балаһы, ниҙер һиҙенгәндәй, сыйылдап әсәһенә барып йәбешә һәм башын бороп, үҙенең ҡурҡыу ҡатыш ялбарыулы ҡарашы менән Гөлъямалға текләшә.Шунда Гөлъямалға ниҙер була – ҡулдары ҡалтырап китә. Был ваҡыт уның йөрәгендә ике көс тартыша – берҙән-бер ғәзиз балаһын тартып алған йыртҡысҡа ҡарата ташып барған нәфрәт, үс алыу теләге һәм бер ниндәй ғәйепһеҙ сабый күҙҙәре менән ҡарап торған айыу балаһына булған йәлләү, мәрхәмәт, донъялағы иң бөйөк хис – әсәлек хисе. Һуңғыһы көслөрәк булып сыға, күрәһең – Гөлъямал мылтығын төшөрә. Инә айыу башын һелкеп бер аҙ тора ла, ыңғырашып аҡрын ғына артына борола. Уның арҡаһында һыныҡ һәнәк йәбе ҡаҙалып торған була. Күрәһең, айыу балаһы менән үләндә аунап уйнағанда, ҡасандыр бесәнселәр ташлап киткән һәнәккә яңылыш барып эләккән. Быны күргәс апайыңдың йөрәге ҡалтырап китә, шулай ҙа тубалға әйләнгән аяҡтарын көскә һөйрәп булһа ла барып, һәнәк йәбен айыуҙың арҡаһынан һурып ала.
Йыртҡыс булһалар ҙа, улар ҙа изгелекте онотмайҙар икән. Был ваҡиғанан һуң айыу шул тирәлә урынлашып ала, йорт-ҡураһына күҙ-ҡолаҡ булып, мал-тыуарын йыртҡыс-януарҙарҙан һаҡлай. Хатта бер-ике рәт, кис өйҙә ут алғас, килеп тәҙрәһенән дә ҡарап торған, тиҙәр. Рәхмәт әйтеүе шул булғандыр инде, күрәһең.
Таштимер ағай һүҙенән туҡтаны һәм:
-Бына ошо инде уның история-тарихы, -тип ҡуйҙы.
Мин унан:
-Ә ниңә һуң ауылға күсенеп бармай – кеше араһында үҙенә йәшәүе еңелерәк тә, күңеллерәк тә булыр ине? – тип һораным.
Таштимер ағай:
-Ризалашмай, -тине. -Бер биш-алты йыл элгәре, беҙҙекеләр күптән инде анау ҡаршы яҡтағы ауылға күсенеп сығып бөткәс, өгөтләп-көсләп тигәндәй, әйбере-нейе менән тейәп алып ҡайтҡан инек. Өс-дүрт айға ла сыҙаманы. Миңә осраған һайын, кәмәң менән һыуҙан ғына сығарып ҡуй тип ялбарҙы. Йәнәһе кәзәләре бындағы үләнде ашамай, һыуҙы ят итә, бесәйҙәре лә ауылды ситһенеп, ябығышып бөткәндәр. Ысынында ире менән малайын юҡһына ине инде ул. Ундағы һеҙ күргән ике ҡәбер уларҙыҡы бит. Бик йөҙәткәс, бер көндө барыһын да кәмәгә тейәнем дә, сығарып ҡуйҙым ар яҡҡа. Ысынлап та, кәмә ярға етер-етмәҫ, кәзә-бесәйҙәре һикерешеп төшөп, саптылар утар яғына. Гөлъямалды ла көтмәй, һыпыртып ултыралар,суҡынғандар.- Ағай көлөп ҡуйҙы һәм ниҙер уйлап бер аҙ торғас, һүҙен дауам итте.
-Яңғыҙ йәшәүгә күнегеп тә бөткәндер инде. Улай тигәс тә яңғыҙ ҙа түгел бик үк – яҙ башы менән район колхоздары малдарын һимертеүгә ошонда ҡыуалар, ҡара көҙгә тиклем булалар.Гөлъямал беҙгә икмәк һала, өҫ-башты йыуғылай. Беҙ ҙә уға ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Ҡышын иптәшкә, күреүегеҙсә, бесәйҙәре бар. Уларҙың да һәр береһенең өҫтәл артында үҙ урыны, үҙ һауыты. Үҙҙәренә күрә ҡушаматы бар – “Селәй”, “Яхмин”, “Мырлан”мы шунда. Шулар менән һөйләшә-һөйләшә кәзә мамығынан ойоҡбаш, бейәләй бәйләй. Бәйләй ҙә, тирә-яҡ ауылдарҙың балаларына бушлай тарата.
Бына шулай йәшәп ята инде беҙҙең Робинзоныбыҙ. Һеҙ уның мылтыҡ тотоп сыҡҡанына аптырамағыҙ. Яңыраҡ ҡына кемдәрҙер бер кәзәһен тамаҡлап киткәндәр, усаҡ янында рожкийы менән ножкийы ғына тороп ҡалған. Була бит мәрхәмәтһеҙ кешеләр…Ә был һыуһаҡлағыстың файҙаһы бармы-юҡмылыр, тик күпме кешенең тамырына өҙгәнсе сапҡан балта булды инде беҙгә. – Таштимер ағай ауыр һулап ҡуйҙы, йөҙөн болоҡһоулыҡ ҡапланы һәм йыуан ғына итеп тәмәке урап ҡабыҙғас, нисек итеп урын ерҙәренән күсереүҙәрен, нисек һыуһаҡлағыс төҙөгәндәрен һөйләп алды.
Моңһоуланып бер аҙ ултырғас, хикәйәм тамам тигәндәй, ул урынынан тороп баҫты һәм ҡыуыш ауыҙына күрһәтеп:
-Һеҙ иркенләп урынлаша тороғоҙ. Беҙ Ғәйнислам ҡусты менән малдарҙы барлап киләйек, -тине һәм яҡында аттар менән булашҡан иптәше янына йүнәлде.
Ҡыуышҡа инер алдынан мин тауҙар араһына бормаланып инеп киткән һыуһаҡлағысҡа боролоп ҡараным. Хәҙер инде ул, күп һанлы завод-комбинаттарҙан сыҡҡан төтөндө, төрлө зарарлы ҡалдыҡтарҙы йотоп ятҡан йомарт Юрматы еренә килгән тағы ла бер афәт, кешене мәңгелеккә тыуған төйәгенән айырып, ата-балалар рухына баш эйеүҙән мәхрүм итеп, көпләйбеҙ тип, исем өсөн генә өҫтәренә бер-ике көрәк бетон ташланған (ныҡ үҫешкән илдәрҙә берәй ҡәберҙе һыу аҫтында ҡалдырырҙар инеме икән?)зыяраттары менән бергә йотҡан аждаһа булып күренде ул миңә.
Ятҡас та мин оҙаҡ йоҡоға китә алманым. Күҙ алдымда, олондарын йәшен уты телгеләп көйҙөрһә лә, һаман да көслө ел-дауылдарға бирешмәй, тамырҙары менән ергә ныҡ йәбешеп, уға берегеп баҫҡан йөҙйәшәр имән һымаҡ булып, башҡорт Робинзоны, ғорур башҡорт ҡатынының һыны тора ине.
Фото: Т.Роза
Читайте нас в